08.01.2013 Донъя яңылыҡтары
ҡорал һәр кемгә тәтемәй
Американың вице-президенты Джозеф Байден ҡорал һатыу тармағында ҙур реформа үткәрергә йыйына.
Был илдә ҡорал менән ҡулланыусыларҙы етди тикшереү тураһында күптән һөйләйҙәр ине инде.
Реформа проектында ҡорал һатып алыусыларҙы ентекле, һәр яҡлап тикшереү ҡаралған. Бигерәк тә буласаҡ ҡорал хужаларының психик торошо ныҡлы тикшереләсәк. Шулай уҡ һатылған ҡоралдың ҡайҙа һаҡланыуы милли база аша даими тикшерелеп торасаҡ. ҡоралды бәлиғ булмағандарға биргән хужалар өсөн яза тағы ла ҡатыраҡ буласаҡ. Ә инде ҡорал тотоп мәктәпкә килеүсе кешеләр ҙур язаға тарттырыласаҡ.
Янғын ҡотора
ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр Тасманияла ҡоторған урман янғындарын һаман туҡтата алмай.
Көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуы хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Тәбиғәт ҡазаһында йөҙгә яҡын кешенең юғалыуы билдәле. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “ҡыҙыл әтәс”тең ҡорбандары тағы ла күберәк булыу ихтималлығы инҡар ителмәй.
Урманда башланған янғындарҙың кешеләр йәшәгән йорттарға күсеүе бигерәк аяныслы. Әле йөҙҙән ашыу торлаҡтың янып көлгә әйләнеүе хаҡында хәбәр итәләр. Тасманияла меңләгән кеше, йорттарын ҡалдырып, эвакуация үҙәктәренә күсергә мәжбүр. Етмәһә, был кешеләрҙең ваҡытлыса лагерҙарҙа күпме йәшәйәсәге билдәһеҙ.
Был ни хәл?
Үзбәкстандың бер ауылында йәшәүсе йөҙләгән ир-егет тупланып, ҡырғыҙстандың сик буйы һаҡсыларына һөжүм иткән.
Хәрбиҙәр сик буйында электр бағаналары ултыртып йөрөгән булған.
Ауыл егеттәре хәрбиҙәрҙең ҡоралдарын тартып алырға маташҡан. Ығы-зығы һөҙөмтәһендә ҡайһы бер сик буйы һаҡсылары яраланған, һөжүм итеүселәр араһында ла зыян күреүселәр бар.
Вәхшилеккә сик ҡуйылһын!
Кисә Америкала Рәсәйҙән тәрбиәгә алынған Данил Кручиндың эше буйынса суд ултырышы башланды.
Билдәле булыуынса, малайҙы тәрбиәгә алған ғаилә балаға ҡарата бик ҡаты мөғәмәләлә булған – Данилды даими рәүештә туҡмағандар, бикләп ҡуйғандар. Бала, өйҙән ҡасып сығып китеп, күршеләрҙән ярҙам һорағас ҡына был ҡот осҡос тормоштан ҡотола алған.
Хәбәр итеүҙәренсә, малайҙы тәрбиәгә алған ғаилә ябайҙан булмаған – мәҫәлән, улар алты балаһының береһен дә мәктәпкә лә йөрөтмәгән, урамға уйнарға ла сығармаған.
Был енәйәт эшен ҡараған суд залында фотоға, видеоға төшөрөү тыйыла. Ғөмүмән, Америка властары был йәмһеҙ ваҡиғаны мөмкин тиклем йәшерергә тырыша.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.