«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ергә сират һаҡланасаҡ



08.01.2013 Ергә сират һаҡланасаҡ

Балалары 18 йәшкә еткән күп балалы ғаиләләр­ҙең ер алыуға хоҡуҡтары һаҡланасаҡ. Өфө ҡала со­веты депутаттары индивидуаль төҙөлөш өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалары, инвалид балалары булған ғаиләләргә бушлай бер тапҡыр ер участкаһы биреү тураһындағы ҡағиҙәләргә үҙгәрештәр индереү мәсьәләһен ҡараны. Хәҙер балалар­ҙың 18 йәшкә етеүе ғаиләне сираттан төшөрөүгә нигеҙ була алмай. Ер участкаһы алыу хоҡуғы һаҡлана.
Бөгөн программала ҡатнашыусы 3 мең ғаилә иҫәпләнә. Барыһы ла әле сиратҡа тороп бөтмәгән. Яҡынса 1,5 − 2 мең ғаиләгә төҙөлөшкә ер − ҡала ситенән, киләсәктә сиратҡа баҫасаҡ 3 меңдән ашыу ғаиләгә икенсе райондар­ҙан биреләсәк. Әле 700 ғаилә Калинин, Октябрь райондарынан, Өфө райо­нының Йылҡыбай, Федо­ровка, Нуғай ауылдарынан участка алған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға