«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мәғлүмәт саралары һаны артҡан



08.01.2013 Мәғлүмәт саралары һаны артҡан

Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы 2012 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһағандан һуң, беҙҙә былтыр 76 яңы киң мәғлүмәт сараһы теркәлеүе билдәле булды.
Яңылар араһында 41 гәзит, 17 журнал, бер йыйынтыҡ, 6 теле- һәм 8 радиоканал, бер мәғлүмәт агентлығы, берәр теле- һәм радиотапшырыу бар. Бынан тыш, “Киң мәғлүмәт саралары тураһында”ғы РФ Законының 11-се статьяһы нигеҙендә 19 гәзит, өс журнал, 35 телеканал, 31 радиоканал, ике телетапшырыу ҡайтанан теркәлгән, ә 21 киң мәғлүмәт сараһының теркәү тураһындағы танытмаһына үҙгәрештәр индерелгән.
Тимәк, халыҡҡа мәғлүмәт алыу дефициты янамай. Был интернет селтәрен иҫәпкә алмағанда. Шуныһы ла бар: ведомство сайтында хәбәр ителеүенсә, былтыр ойоштороусыларҙың ҡарары буйынса 148 киң мәғлүмәт сараһының эшмәкәрлеге туҡтатылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға