«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



08.01.2013 Өс һөйләм менән

Февралдә Латвияла “Баш­ҡортостан – Балтия” бизнес-форумы үтәсәк. Сарала Башҡортостан делегацияһы ресторан бизнесы һәм туризм өлкәһендәге тәжрибәне өйрәнәсәк. Форумда Латвия, Эстония һәм Литванан вәкилдәр­ҙең ҡатнашыуы көтөлә, улар 2014 йылға тиклем Балтик буйы илдәрендә туризмды үҫтереү стратегияһы тураһында һөйләйәсәк.

Илеш районының Рсай ауылы мәктәбендә яңы компьютер класы асылды. Бындай бүләкте яңы йылда Өфө дәүләт нефть техник университеты яһаны. Билдәле вузды Илеш районынан йәмғеһе 300-ҙән ашыу кеше тамамлаған, бөгөн 117 студент белем ала.

Былтыр республиканың декрет ялында булған 490 ҡатын-ҡыҙы һөнәр алмаштырыу, квалификацияһын күтәреү буйынса программа сараларында ҡатнашҡан. Иң популяр һөнәрҙәр рәтенә бәләкәй эшҡыуарлыҡ менеджеры, станок эштәре контролеры, ашнаҡсы һәм парикмахер һөнәрҙәре ингән. Быйыл да бындай программалар эшләйәсәк, уларҙа 350 самаһы ҡатынға һөнәр һайлау, алмаштырыу мөмкинлеге биреләсәк.

Башҡортостанда иртә ғаилә ҡороусылар һаны кәмей бара. Республиканың статистика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1990 йылдарҙа бәлиғ булмаған 1356 ҡыҙ һәм 226 егет ғаилә ҡорһа, 2011 йылда был күрһәткес төшкән – 18 йәше тулмаған 313 ҡыҙ һәм 21 егет кәләш-кейәү булған. Хәҙер никах­ҡа инеү йәше уртаса 25 – 27 йәш.

Быйыл 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә юл ҡағиҙәләрен боҙоу буйынса язаларға бәйле үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Бынан ары рөхсәт ителмәгән урында ҡаршы юлға сығыусы водителгә биш мең һум күләмендә штраф һалынасаҡ, йә ул дүрт һәм алты айға “право”һынан яҙасаҡ. Трамвай юлына сыҡҡан өсөн 1000 һумдан 1500 һумғаса штраф ҡаралған.

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың яҙғы сессияһында депутаттар республикала барлыҡҡа килгән яңы географик объекттар тураһындағы мәсьәләне ҡараясаҡ. Ул Нуриман районында Тирәкле һәм Мәләүез районында ҡамбулат ауылдарын яңынан тергеҙеүгә арнала. Нуримандағы ауыл − 1982 йылда, Мәләүездәгеһе 1992 йылда бөткән була.

Бүздәк районы үҙәгендәге универмагтағы банкоматтан ике миллион һум самаһы аҡса урла­ғандар. Әммә полиция ла етеҙ булып сыҡҡан – оператив рәүештә шик аҫтындағы кешене табып, уның 35 йәшлек ошо ауыл кешеһе булыуы асыҡланған. Бығаса эшһеҙ йөрөгән ир банкоматҡа “әшнәһе” менән төшә, ул урындағы эшҡыуар булып сыға.

Республикала 1937 йылда атыл­ған кешенең исеме аҡланған. Благовещен районында йәшәүсе Степан Рубцовты ауылдаштары яҙған ялыу буйынса ҡулға алалар һәм, мөлкәтен тартып алып, аталар. 75 йыл ваҡыт үткәндән һуң ғына Рубцовтың ейәне тикшереүҙәрҙе аҙағына еткерә − олатаһының ғәйепһеҙгә атылыуын раҫлата.

А. АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға