«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » 20.12.12. Президент менән һөйләшеү



25.12.2012 20.12.12. Президент менән һөйләшеү

20.12.12. Президент менән һөйләшеү
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы үтте
Был сараға, меңләгән Рәсәй журналисынан тыш, 200-ләп сит ил вәкиле лә килергә теләк белдергәйне. Дүрт сәғәттән ашыу барған күҙмә-күҙ һөйләшеүҙә, дөрөҫөрәге, һорау-яуапта төрлө өлкәгә ҡағылышлы мәсьәләләр, проблемалар күтәрелде. Түбәндә – шуларҙың иң мөһимдәренең бер өлөшө.
Әйткәндәй, Путин сығышын һандар менән башланы – йылдың иҡтисади күрһәткестәрен атаны.

Йыл һандары

Тулайым эске продукт (ВВП) үҫеше ғинуар – октябрҙә 3,7 процент тәшкил иткән, былтыр әлеге күрһәткес 4,3 процент булған.
Былтыр сәнәғәт тармағында үҫеш 4,7 процент булһа, быйыл – 2,7 процент. Йәнә түбәнәйгән.
Социаль өлкәгә килгәндә, 2011 йылда уртаса эш хаҡы 23 369 һум тәшкил итһә, быйыл ноябрҙәге күрһәткес – 27 607 һум.
Эшһеҙлек кимәле лә кәмегән.
Хеҙмәт пенсияһы 8 876 һум булһа, быйыл 9 810 һумға еткән. Социаль пенсия иһә – 5942 һум.
Тыуым кимәле һуңғы 20 йылда – иң яҡшыһы. Үлем кимәле һуңғы 20 йылда – иң түбәне.

“Магнитский исемлеге”нә ҡаршы – ”Дима Яковлев законы”

Владимир Путинға бирелгән тәүге һорау АҡШ төҙөгән “Магнитский исемлеге”нә Рәсәйҙең яуабына ҡағылышлы булды. РФ Дәүләт Думаһы Америка граждандарына беҙҙең илдәге етем балаларҙы уллыҡҡа алыуҙы тыйған саралар өҫтөндә эшләй. Президенттан ошоға ҡарашын һораштылар.
“Американың ниндәйҙер исемлек төҙөүе, әлбиттә, Рәсәйгә дуҫлыҡ мөнәсәбәтен аңлатыу түгел. Етем балаларҙы тәрбиәгә алыусыларҙың күбеһе – яҡшы кешеләр. Дума депутаттары уллыҡҡа алыусыларға түгел, ә Америка властарына ҡарата позицияһын белдерҙе, – тине Владимир Путин. – Эш шунда: Рәсәй балаларына ҡарата ҡылынған енәйәттәр йыш ҡына Америка Фемидаһының иғтибарынан ситтә ҡала, йә енәйәтселәр яуаплылыҡтан азат ителә. Ә Рәсәй күҙәтеүселәрен был суд процестарына индермәйҙәр”.
Әлеге темаға һорауҙар матбуғат конференцияһында бер нисә мәртәбә бирелде. Хатта иғтибарҙы йәлеп итер өсөн бер журналист бесәй тотоп килгәйне.
“Лос-Анджелес таймс” гәзитенән Сергей Лойко Сергей Магнитскийҙың үлем сәбәбе тураһында ла һорашты.
“Магнитский әфәнде менән фажиғә булғанды мин киң мәғлүмәт сараларынан ишеттем. Асыҡ ҡына әйткәндә, сәбәптәрҙе белмәйем. Унан килеп, ул кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы түгел, ә Рәсәйҙә иҡтисади енәйәттәр эшләүҙә шик аҫтында булған Браудер әфәнденең юрисы ғына ине. Балаларға килгәндә, әлбиттә, Рәсәйҙең етем балаларын уллыҡҡа алырға теләүсе Америка граждандарына рәхмәтлебеҙ, әммә баланың, автомобиль эсендә оҙаҡҡа ҡалдырылып, ҡояшта бешеп үлеүе, ҡаты туҡмалыуы кеүек фажиғәле хәлдәрҙе лә оноторға ярамай. Рәсәй закон сығарыу­сылары тап ошоно күҙ уңында тота ла инде”, – тине Путин.

Милли төбәктәрҙең исеме үҙгәртелерме?

Татарстандан теле­жур­налист Динә Ғазалиева ҡайһы бер сәйәсмәндәр­ҙең төбәктәрҙе бүлеү, исемдәрен алмаштырыу тура­һындағы тәҡдимдәренә ҡарата Прези­денттың фекерен һорашты. Был һорау беҙгә – Башҡортостанға ла ҡағыла, сөнки һуңғы ваҡытта Өфө губернаһы итеп үҙгәртәйек тип “янып” йөрөүселәр барлығын беләбеҙ. Татарстанды ҡазан губернаһына әйләндерергә ниәттәре барлығын да йәшермәй бәғзеләр.
“Белеүегеҙсә, Рәсәй империяһында милли төбәктәргә бүлеү булмаған, – тип башланы яуабын Владимир Путин. – Тик губерналар ғына булған. Кирегә ҡайтыу мөмкинме? Белмәйем. Яуап биреү өсөн Рәсәйҙең милли төбәктәре менән кәңәшләшергә кәрәк. Бында йә референдум, йә парламент ҡарары талап ителә. Был – бик сетерекле мәсьәлә. Ә социаль-иҡтисади ысынбарлыҡта иһә төбәктәрҙе эреләтеү тураһында һүҙ алып барырға мөмкин”.
Бынан нимә аңларға була, йәмәғәт?!

Һаулығығыҙ нисек, Владимир Владимирович?

Президенттың сәләмәтлеге хаҡында төрлө имеш-мимештәр күп ишетелә. Шуға ла был һорауҙың бирелеүе ғәжәп түгел. Магадандан килгән журналист интернеттан бигүк яҡшы булмаған яңылыҡтар уҡыуын әйтте лә: ”Бына алдымда шундай энергиялы, матур ир тора”, – тип тә өҫтәп, ил башлығының һаулығы насарлығы хаҡында мәғлүмәттәрҙең кемгә файҙалы булыуын белергә теләне.
“Бындай хәбәрҙәр минең сәйәси оппоненттарға кәрәк. Улар йә легитимлыҡты, йә властың эшкә һәләтлеген шик аҫтына ҡуйырға теләй. Ә һаулығым хаҡындағы һорауға традицион итеп яуап бирәм – көтөп тороғоҙ (не дождетесь)”, – шундай булды Президенттың яуабы.

Оффшор капитал беҙгә ҡайтырмы?

Ошондайыраҡ һорауҙы Президент көткән, күрәһең, журналисҡа ҙур рәхмәт әйтте. Владимир Путин белдереүенсә, капиталды һаҡлау иҡтисад өсөн мөһим. Заман теле менән әйткәндә, деоффшоризация мотлаҡ. Әммә уны бик һаҡ һәм цивилизациялы юлдар менән эшләү кәрәк. Мәҫәлән, башҡа күп кенә илдәр һымаҡ, оффшор зоналар менән тәғәйен килешеүҙәр төҙөргә, һалым мәғлүмәттәрен асырға, бенефициар оффшор компанияларын асыҡларға. Бынан тыш, ҡануниәтте камиллаштырыу, инвестиция климатын яҡшыртыу кеүек эштәр ҙә талап ителә.

Төбәк башлыҡтарын һайлайыҡмы, тәғәйенләйекме?

Путинға ошондайыраҡ һорау бирелде һәм яуап та тулы булды: “Беҙ ошо һорау янында “бейейбеҙ ҙә бейейбеҙ”. Тағы бер тапҡыр әйтәм – мин губернаторҙар­ҙы тура һайлап ҡуйыу яҡлы. Был федераль үҙәк өсөн дә уңайлы. Халыҡ үҙе төбәккә башлыҡ һайлай икән, тимәк, улар губернаторҙың эшенә яуаплы ла. Милли республикалар вәкилдәре мәсьә­ләгә проблема йәһәтенән ҡарай. Бындай төбәктәрҙә ниндәй милләт әҙселекте тәшкил итә, шул халыҡ вәкиле юғары власҡа “барып етә” алмаҫ тип ҡурҡалар. Һәм этник-ара ғауға сыға. Рәсәйҙә һәр ерҙә күп милләтле төбәк, әммә титул милләте бер – башлыса, рустар. Әммә милли республикаларҙа ундағы йолаларға, мәҙәниәткә ярашлы ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеге бирергә кәрәк”.

Йәнә бер тапҡыр сәғәтте күсереү хаҡында

“Йәйге ваҡыт”та ҡалыуыбыҙҙы байтаҡ халыҡ эксперимент тип уйлай һәм тағы ла сәғәт телдәрен күсереүҙе көтә.
“Дмитрий Медведев ваҡыт буйынса яңыса системаға күсеү ҡарарын ҡабул иткәндә, күпселек граждандар фекеренә таянды. Әммә, эш үткәс, ҡаршылар күберәк булыуы асыҡланды. Был ваҡыт кәрәкме, икенсеһеме – мониторинг һөҙөмтәләренән сығып, һуңғы ҡарарҙы Хөкүмәт ҡабул итәсәк”, – тине Владимир Путин.
Тимәк, әлеге “иртәнге ҡараңғынан киске ҡараңғығаса” йәшәүебеҙ аныҡ билдәләнмәгән икән дә баһа!

Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына индек…

Журналистарҙы беренсе һөҙөмтәләр ҡыҙыҡһындыра. Иҫләһәгеҙ, августа Рәсәй рәсми рәүештә ВТО-ның 156-сы ағзаһы булып китте.
“Һөйләшеүҙәр барышында беҙҙең эксперттар Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына бәйле бөтөн һорауҙарҙы ла ентекле тикшерҙе, шулай булмаһа, процесс 17 йыл дауам итмәҫ ине”, – тине Президент. Рәсәй Президенты был юҫыҡта “плюс-минустар”ҙың икеһе лә берҙәй булыуын аңлай. Ыңғай яҡтары, тәү сиратта, инвестиция мөхите булдырыуға бәйле. Ә кире яҡтары автомобиль эшләү тармағында, аяҡ кейеме, ауыл хужалығы техникаһы етештереүҙә булыуы ихтимал. Ғөмүмән, аграр тармаҡҡа етди иғтибар биреү кәрәк.
Минеңсә, ыңғай яҡтар күберәк, тигән фекерен еткерҙе Президент.

2015 йыл – Ветерандар йылы?

Коми республикаһынан килгән журналист оло йәштәгеләргә хөрмәт һәм рәхмәт йөҙөнән киләһе йылдарҙың береһен Ветерандар йылы тип иғлан итергә тәҡдим итте. Президент яуаплауынса, был дөрөҫ тәҡдим. Мәҫәлән, 2015 йылда Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең юбилейы. Бәлки, маҡсатлы йыл шуға тура килтерелер. Владимир Путин әлеге тәҡдимде онотмаҫҡа, йәмәғәтселеккә сығарып, фекер алышырға вәғәҙә бирҙе.

ҡытай менән бәйләнеш ниндәй буласаҡ?

Матбуғат конференцияһында сит ил вәкилдәре лә булыуын телгә алғайныҡ, “Синьхуа” агентлығынан Рәсәй менән ҡытай араһындағы бәйләнештең артабан нисегерәк үҫешәсәге хаҡында һораштылар.
“Мөнәсәбәттәр бик юғары кимәлдә, – тип ҡәнәғәтлеген белдерҙе Путин. – Иҡтисад тармағында беҙ юғары технологиялар йүнәлешендә хеҙмәттәшлек итеүгә өҫтөнлөк бирергә тейешбеҙ. Инвестиция йәһәтенән дә хәлдәр ыңғай. ҡытай инвесторҙары бик әүҙем. Айырыуса байкал буйында, Алыҫ Көнсығышта беҙҙең иғтибар йүнәлтерлек эшмәкәрлек бар. ҡайһы бер тауар­ҙарҙы милли валютала – һум һәм юань менән алмашырға килештек”.

Әйткәндәй
Президентҡа ришүәтселек, судтар­ҙың бойондороҡһоҙлоғо, Курил утрау­ҙары, Сүриә проблемаһы, Хөкүмәт эше тураһында бихисап һорау бирелде. Уларға яуаптарҙы беҙ Путиндың һәр сығышында тиерлек ишетеп торабыҙ, телевидениела, интернетта ла әленән-әле яңылыҡтарҙың төп темаһын тәшкил итә улар. Хатта 21 декабрҙә бәғзеләр көткән ахырызаман хаҡында ла һораштылар. Аныҡ төбәктәргә бәйле һорауҙар ҙа байтаҡ булды.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға