«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Айыҡлыҡ өсөн



25.12.2012 Айыҡлыҡ өсөн

Тиҙҙән БР Президенты ҡарамағында Алкоголгә ҡаршы ижтимағи-дәүләт советы барлыҡҡа килеүе ихтимал. “Айыҡ Башҡор­тостан” төбәк хәрәкәте йыйылышында ошондай инициатива тәҡдим ителде.
“Гражданлыҡ контроле” исемле Бөтә Рәсәй проектының Башҡортостан буйынса етәксеһе Артем Сычкин белдереүенсә, иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләү сараларын ҡабул итеү көн үҙәгендә тора. Был саралар республикала социаль хәл-торошто ла яҡшыртырға булышлыҡ итер, үлем кимәле лә әҙәйер ине. “Айыҡлыҡ тураһында” закон проекты әҙерләгән Яҡут Респуб­ликаһы миҫалға килтерелде. Был проект әлеге төбәктә алкоголь һатыуҙы бөтөнләй тыя.
“Айыҡ Башҡортостан” хәрәкәте айырыуса республика йәштәре өсөн актуаль. Сәләмәт тормошто киң йәйелдереү йәмәғәтселектең генә түгел, дәүләттең дә уртаҡ хәстәре булырға тейеш. Бер яҡтан, алкоголдән, тәмәкенән, наркотик­тар­ҙан баш тартыу – аҡыллы, киләсәгенә битараф булмаған йәш кеше өсөн ғәҙәти “сәләмәт” тенденция.
Йыйылышта ҡатнашыусылар фекеренсә, республикала үткәрелгән “Айыҡ ауыл” конкурсын киләһе йылда ла дауам итеү бик дөрөҫ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға