«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Молдавандар Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнә



25.12.2012 Молдавандар Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнә

15 – 20 декабрҙә Өфө ҡалаһына эш сәфәре менән Молдавия Фәндәр академияһының энциклопедик тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәрҙәре – институттың баш мөхәррире Виталий Цуркану менән ғилми секретары Ион Ксенофонтов килде.
Уларҙың эш сәфәренең маҡсаты – «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-тикшеренеү комплексының эш тәжрибәһен өйрәнеү. Уның сиктәрендә «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-тикшеренеү комплексында энциклопедияның яңы форматтары, жанрҙары, методика һәм методология мәсьәләләренә, ғөмүмән, энциклопедия төҙөү нескәлектәренә арнал­ған һөйләшеү үтте. «Башҡорт энциклопедияһы»ның директоры Уйылдан Сәйетов, һөйләшеүҙе асып, 1991 йылда Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында энциклопедик тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн айырым төркөм булдырылыуы, уларҙың башҡорт энциклопедияһын төҙөү өсөн яһаған тәүге аҙымдары хаҡында бәйән итте.
– Энциклопедия әҙерләү – ул баҫмаға китап әҙерләүҙең иң ауыр ысулы. Айырыуса яңы ғына башлап торғанда нимәгә иғтибар итергә, нисек эшләргә – кемдәндер өйрәнергә кәрәк. Тәүге осорҙа беҙ ҙә методик ярҙам һорап, ҡаҙағстан, Төркмәнстан Республикаларына мөрәжәғәт иттек, шулай уҡ Мәскәүҙә лә, Белоруссияла ла булдыҡ. Бер йыл эсендә егермеләп хеҙмәткәр «Ҙур Рәсәй энциклопедияһы»ның эш тәжрибәһен өйрәнде. Хәҙер иһә беҙҙең тәжрибәне өйрәнергә киләләр. Был бик ҡыуаныслы хәл, бер яҡтан, ул эшебеҙҙе таныу булһа, икенсенән, бындай аралашыу беҙҙең өсөн дә файҙалы, – тине ул.
– Башҡортостанға тәүге тапҡыр килеүебеҙ. Өфө бик оҡшаны. ҡала шундай таҙа, урамдары киң. Ҙур ҡалаларҙағы кеүек ығы-зығы ла һиҙелмәй, халыҡ та тыныс ҡына үҙ эше менән мәшғүл. Һеҙгә тәжрибә өйрәнеү маҡсаты менән килдек. Йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Ысынлап та, Башҡортостан энциклопедистарының тәжрибәһе ҙур, бик күп эш башҡарылған. Кимәлдәре лә бик юғары, халыҡ-ара кимәлгә еткәндәр, тип әйтер инем. Беҙ әле был өлкәлә эште яңы ғына башлап торабыҙ, шунлыҡтан Башҡортостандағы хеҙмәттәштәребеҙҙән өйрәнәһе нәмәләр күп, – тип белдерҙе Молдавия Энциклопедик тикшеренеүҙәр институтының баш мөхәррире Виталий Цуркану.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға