«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мәскәүҙәр һоҡланды



18.12.2012 Мәскәүҙәр һоҡланды

Мәскәүҙә уҙған “Пир” халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә-йәрминкәһендә Башҡортос­тандың аҙыҡ-түлек етештереүсе алты предприятиеһы үҙ тауарын күрһәтте.
Продукция өлгөләрен рестораторҙар һәм отельерҙар федерацияһы вәкилдәре ноябрҙә үк беҙгә килеп эшкәртеүсе предприятиеларҙа булғандан һуң һайлап алған. Айырыуса башҡорт ҡымыҙы һәм солоҡ балы, йылҡы итенән әҙерләнгән деликатестар, сыр, бәлзәмдәр ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Шулай уҡ һөт аҙыҡтарына ла иғтибар иткәндәр. Һөҙөмтәлә 20 төр аҙыҡ-түлек күргәҙмәгә ҡуйылған. Ә етештереүсе предприятиеларға килгәндә, улар беҙгә яҡшы таныш: ”Башҡор­тостан апитерапия һәм умартасылыҡ буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт учреждениеһы, “Туймазы” ит комбинаты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡор­тостан ҡошсолоҡ комплексы, Федоровка районынан ”Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәте, ”Пышка” һәм шәхси эшҡыуар М. Кумпан.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк – күргәҙмәлә беҙҙең республика продукцияһы иң киң ассортиментлыһы. Сарала ҡатнашыусы Мәскәү өлкәһе, Дағстан, Камчатка һәм Алтай крайы ебәргән аҙыҡ-түлек бер аҙ ҡойтораҡ. Ойоштороусылар ҡуйған маҡсат – илдең мәркәз ҡалаһы халҡы ниндәй ризыҡҡа өҫтөнлөк биреүен асыҡлап, шуны артабан яңы баҙарҙарға сығарыу, танытыу.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға