«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Муниципалитеттарҙың проблемаһы хәл ителергә тейеш



18.12.2012 Муниципалитеттарҙың проблемаһы хәл ителергә тейеш

Баш ҡалала Башҡортостандың муниципаль берәмектәренең IV съезы үтте. Сарала БР Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты һәм, дөйөм алғанда, меңдән ашыу кеше йыйылды.
Республика башлығы билдәләүенсә, тотош йәмғиәттә лә, муниципаль кимәлдә лә проблемалар бар. Ә муниципаль берәмектәрҙең съезы урындағы үҙидараны үҫтереү кеүек мөһим эштә мәсьәләләрҙе асыҡлап, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү өсөн яҡшы сәбәп.
Һуңғы йыл ярым эсендә республикала урындарҙа депутаттар корпусы яңыртылған, муниципалитеттарҙа яңы етәкселәр тәғәйенләнгән.
– Беҙ йылдам үҫешкән алдынғы төбәктәр иҫәбендә позицияларыбыҙҙы нығытырға тейешбеҙ. Беҙҙә бөтөн мөмкинлектәр бар. Республика йәш, ҡеүәтле, иҡтисади йәһәттән үҫешкән һәм, әлбиттә, беҙ лидер төбәктәр исемлегендә булыр­ға бурыслыбыҙ, – тине Пре­зидент. Урындағы үҙидара иҡтисади һәм социаль сәйәсәттә уға бүленгән ролде яңы саҡ үҙләштерә башланы. Был өлкәлә илдең тәжрибәһе ҙур түгел. Урындағы үҙидараның айырым элементтары ғына булды. Ысынында иһә дәүләт һәм урындағы власть араһындағы сик шартлы рәүештә генә билдәләнде һәм әле лә шулай. Хәлде ошо рәүешле ҡабул итеү әле булһа популяр.
Башҡортостан Президенты фекеренсә, муниципалитеттың дәүләт структураһы түгел, ә айырым, үҙ аллы власть кимәле – халыҡ үҙидараһы институты булыуын йәмғиәт әле булһа аңламай. Тейешле кимәлдә финансланмау арҡаһында муниципалитеттар бөгөн үҙ аллы сәйәсәт алып бара алмай, йәғни улар­ҙың тәртип булдырыу, ауылдарҙы төҙөкләндереү, халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыу мөмкинлектәре юҡ.
Ысынында ла муниципалитеттар­ҙа проблемалар етерлек: федераль ҡануниәткә һәр ваҡыт үҙгәрештәр индереүҙән килеп тыуған ығы-зығы, матди йәһәттән тейешле кимәлдә тәьмин ителмәү, эш хаҡы кимәленең түбән булыуы, кадрҙар­ға ҡытлыҡ, мөлкәт һәм ергә ҡағылышлы бәхәстәр, һыу, газ менән тәьмин итеү, юл төҙөү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү һ.б.
Бындай проблемаларҙы хәл итеү өсөн урындағы бюджеттарҙың килемен арттырырға кәрәк. Әлегә уларҙың 70 проценттан ашыуы республика ресурстары иҫәбенә формалаштырыла.
Хәлде төҙәтеү буйынса саралар күреү өсөн бөтә район һәм ҡалалар­ҙа 2015 йылға тиклем төбәктәрҙе социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса комплекслы программалар әҙерләнгән.
Делегаттар форум эше буйынса резолюция ҡабул итте. Унда билдәләнеүенсә, һуңғы ике йылда муниципаль берәмектәр иҡтисадында үҫеш күҙәтелә. Әйткәндәй, киләһе йылды Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан иткәнлектән, ошо сиктә саралар планы эшләп, урындарҙа бойомға ашырыуҙы тәьмин итергә, тигән тәҡдим әйтелде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға