«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡоро формаллектән арынырға ваҡыт



14.12.2012 Ҡоро формаллектән арынырға ваҡыт


Республика Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ведомстволарға үтә рәсмилектән, “канцеляр­щи­на”нан, ҡоро формаллектән баш тартырға тәҡдим итте. Һүҙ төбәктә административ реформа үткәреү тураһында барҙы.
Башҡарма власть органдары структураһын реформалаштырыу федераль кимәлдә ун йыл элек башланғайны. Ошо ваҡыт эсендә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү системаһы ярайһы уҡ үҙгәрҙе. Беҙҙең республика әлеге эшмәкәрлеккә ҡушылды. Әммә проблемалар бар һәм уларҙы хәл итергә кәрәк. Проблемалар рәтенә президент чиновниктарға белем биреү зарурлығын да индерҙе.
– Белем биреүҙе тиҙләтергә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ведомстволарҙа эште әүҙемләштереү талап ителә. Беҙҙә алты-ете министрлыҡ бар, уларға барлыҡ хеҙмәттәр күләменең 80 проценты тура килә. Шуларҙан башларға кәрәк тә инде.
2018 йылға халыҡтың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү сифатынан ҡәнәғәт булыуы 90 процент тәшкил итергә тейеш. “Берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса хеҙмәт­тәр­ҙән файҙалана алған граждандар өлөшө иһә 2015 йылға 90 процентҡа етергә тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға