«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһе тулыһынса ил проблемаларына арнала”



14.12.2012 “Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһе тулыһынса ил проблемаларына арнала”


БР Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен уҡыу тантанаһында ҡатнашты һәм ошо уңайҙан үҙенең фекерҙәрен еткерә:
”Мөрәжәғәтнамә ил проблемаларына арналып, дәүләттең берлеген нығытыуға йүнәлтелгән. Башҡортостанда ла беҙ Владимир Путин билдәләгән бурыстар өҫтөндә күп эшләйбеҙ. Мөрәжәғәтнамә миңә ирешелгәндәрҙе баһаларға, эшләнәһе эштәрҙе күҙалларға мөмкинлек бирҙе. Беҙ демография хәлен дә яҡшыртыу өсөн күп эшләйбеҙ – Башҡортостанда халыҡ һаны арта. Спорттың күп кеше ҡатнашҡан төрҙәрен дә үҫтерергә тырышабыҙ, халыҡ-ара ярыштар үткәрәбеҙ. Яңыраҡ ҡына Владимир Путин Өфөлә Паралимпия үҙәген төҙөү тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы.
Беҙ һаулыҡ һаҡлауға, балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөүгә, шәхси баҡсалар булдырыуға етди иғтибар бүләбеҙ. Мин мәғариф системаһында эшләүселәргә эш хаҡын күтәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙым. Башҡортостанға инвестициялар ҙа әүҙем йәлеп ителә. Был яңы эш урындары булдырыла, һалым базаһы киңәйтелә, тигән һүҙ. Беҙ “аҡыллы йәмғиәт” төҙөүҙе башланыҡ. ҡыҫҡаһы, Президент талап иткән йүнәлештәрҙең бөтөнөһө буйынса ла эшләйбеҙ. Ил үҙ төбәктәре менән көслө”.

Әйткәндәй

Ил башлығының Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата үҙ фекерен БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев та белдерҙе. Уның билдәләүенсә, Мөрәжәғәтнамә тулыһынса дәүләт идараһын модернизациялауға, властың йәмғиәт алдында яуаплылығын күтәреүгә, халыҡтың артабанғы йәшәйешен яҡшыртыуға, ришүәтселеккә ҡаршы көрәшкә, граждандарҙың инициативаларына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.
“Президенттың рухиәт тураһында, әхлаҡлылыҡ идеяларын алға һөргән йәмәғәт институттарына булышлыҡ итеү хаҡында әйткәне айырыуса ваҡытлы булды”, – тине Башҡортостан парламенты етәксеһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға