«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йәнә бер инвестор килә



11.12.2012 Йәнә бер инвестор килә

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Feka Construction Industry&rade Inc” компанияһы башлығы Абдул­ҡадир Ферахлы, Директорҙар советы ағзаһы Зафер Эрен һәм “Фека Констракшн” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Руслан Шәмсет­динов менән осрашты. Эш­лекле һөйләшеүҙә Өфөлә – ҡунаҡхана-эш үҙәген, Стәр­лета­маҡта сауҙа-күңел асыу үҙәген төҙөү мәсьәләләре тикшерелде.
Республикабыҙ ҙур халыҡ-ара форумдар ҡабул итергә әҙерләнә. Шуға ла беҙгә төбәгебеҙҙе һәм ҡалабыҙҙы биҙәйәсәк заманса биналар кәрәк. Президент әйтеүенсә, әлеге компания уңышлы, һәр эште юғары сифатлы итеп башҡара, үҙ һүҙендә тора белә.
– Үҙебеҙ өсөн республикала ике проект билдәләнек, – тип хәбәр итте “Feka Construction Industry&rade Inc” компанияһы башлығы Абдулҡадир Ферахлы. – Уларҙың тәүгеһе – Өфөлә ижтимағи-эш комплексын төҙөү. Инвестициялар күләме яҡынса 210 миллион доллар тәшкил итәсәк. Стәрле­тамаҡтағы проект өсөн 90 миллион доллар кәрәк буласаҡ. Беҙҙең өсөн Өфөләге проект өҫтөнлөклө булып тора, сөнки саммиттарға отелдәр төҙөү зарур. Өфөлә ер участкаһы менән проблема юҡ. Әлеге объектҡа инженерлыҡ коммуникацияларын үткәрергә кәрәк. Өфө башлығы был мәсьәләлә беҙгә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға