«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йыл эмблемаһына конкурс иғлан ителде



11.12.2012 Йыл эмблемаһына конкурс иғлан ителде

Белеүегеҙсә, 2013 йыл Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Ошо уңай менән БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы йылдың эмблемаһына һәм иң яҡшы девизына (слоган) конкурс башланы.
Бәйгелә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Эштәргә талаптар министрлыҡтың рәсми сайтындағы (www.mprrb.ru) “Актуаль мәғлүмәт” бүлегендә бирелгән. Конкурс 20 декабргә тиклем дауам итә. Проекттарҙы ҡағыҙ һәм электрон вариантта түбәндәге адрес буйынса ебәрергә: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 86-сы йорт, 213-сө кабинет. Белешмә өсөн телефон: (347) 272-36-85.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға