«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тик социаль карта менән генә



04.12.2012 Тик социаль карта менән генә

Социаль яҡлауға мохтаж граждандарҙың айырым категорияһын транспорт саралары менән тәьмин итеү маҡсатынан БР Хөкүмәте ҡарары менән 2005 йылдан берҙәм социаль юл йөрөү билеттары индерелгәйне.
Быйыл 1 ноябрҙән „Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы берҙәм юл йөрөү билеттарынан Башҡортостандың социаль картаһына күсте. Хәҙер пенсионерҙар, айырым категорияға эйә булыусылар ҡала, ҡала яны транспортында тик был документ менән генә йөрөй ала. 400 һумға бер ай буйына троллейбус, трамвай, автобус, һыу транспортында сикләүҙәрһеҙ йөрөргә мөмкин. Картаны ай һайын тулыландырып торор­ға кәрәк. Граждандар документты алыу өсөн Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль органына йәки „УралСиб” банкына мөрәжәғәт итергә тейеш. Карта әҙер булғансы (1 ай әҙерләнә) ваҡытлыса соцкарта бирелә. Социаль картаны алыусыларға пенсия танытмаһы, льготаға эйә булыуҙы күрһәткән документ, паспорт, ИНН, медицина страховкалауы полисы, дәүләт пенсия страховкалауы танытмаһын күрһәтергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға