«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



04.12.2012 Өс һөйләм менән

Өфөлә 3,8 мең ғаилә ер участкаһы алыуға ғариза биргән. 700 ғаилә Йылҡыбай, Федоровка, Само­хва­ловка ауылдары эргәһенән ер алған да инде. 40 ғаилә Нуғай ҡасабаһында йорт һаласаҡ, межалау үткәргәндән һуң тағы 500 ғаилә участкалы буласаҡ.

2013 йылда Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә Интернационал урамында күп функциялы үҙәк асыласаҡ. Унда «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса бөтә төр дәүләт хеҙмәте лә күрһәтеләсәк. 2014 йылдың аҙағына үҙәктең филиалдары һәм бүлексәләрен район-ҡалаларҙа асыу планлаштырыла.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 5 – 10 декабрҙә Халыҡ-ара Аҡмулла көндәре уҙғарыла. Уның маҡсаты – төрлө милләттән булған йәштәр араһында толерантлыҡ мәҙәниәтен тәрбиәләү. Аҙна­лыҡ сиктәрендә «Этнофест – 2012» этнология фестивале, кейеҙ күргәҙмәһе, Аҡмулланың шиғыр­ҙарын иң яҡшы тәржемәләүселәр бәйгеһе, шиғриәт кисәләре, халыҡ-ара фәнни-практик конференция, 5 – 11-cе синыф уҡыусылары өсөн интернет-олимпиада үткәреү ҙә ҡаралған.

Учалы филармонияһы ремонтан һуң үҙенең сираттағы концерт миҙгелен асты. Бинаны төҙөкләндереүгә республика бюджетынан – 23 млн, район хакимиәте тарафынан 10 млн һум аҡса бүленгәйне. Иркен сәхнәлә хәҙер артистар үҙҙәре лә кинәнеп сығыш яһай, ҙур делегация менән килгән коллегаларын да ҡабул итә ала.

Башҡорт дәүләт аграр университетында РФ ауыл хужалығы вуздарының махсуслаштырылған студент отрядтарының Бөтә Рәсәй слеты үткәрелде. Унда 33 төбәктең 37 вузынан вәкилдәр ҡатнашты. Ил буйынса ойошторолған 1053 ауыл хужалығы отряды 1 млрд 113 миллион һумлыҡ эш башҡарған.

Өфөнөң Сунь Ят-Сен, Брест, Әй урамдары менән сикләнгән урынында Баҡалы урамының дауамы итеп яңы биҫтә төҙөләсәк. Бында 11 һәм 21 ҡатлы йорттар урынлашасаҡ. 2,6 мең кешегә иҫәпләнгән микрорайонда мәктәп, поликлиника, балалар баҡсаһы ла буласаҡ.

Башҡортостанда йыл башынан суд приставтары легаль булмаған 328 мигрантты тыуған яҡтарына оҙатҡан. Документһыҙ йөрөүселәр − Үзбәкстан, Тажикстан, Әзер­байжан, Әрмәнстан граждандары. Миграция режимын боҙоусылар араһында Вьетнам граждандары ла бар.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға