«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Инвестиция артыуы һалым инеүен дә күтәрә



04.12.2012 Инвестиция артыуы һалым инеүен дә күтәрә

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Транснефтепродукт” нефть продукттарын транспортлау буйынса акционерҙар компанияһы” йәмғиәте етәксеһе Владимир Шиманович менән осрашты.
Бында төп тема – “Транснефтепродукт” компанияһының магистраль нефть продукттары үткәргестәре селтәренә ингән “Уралтранснефтепродукт” йәмғиәтенең етештереү эшмәкәрлеге, БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы менән нефть транспортлау компанияһы араһында былтыр төҙөлгән килешеүҙең үтәлеше барышы тураһында булды.
Әлеге хеҙмәттәшлек буйынса һорауҙар юҡ, бөтөнөһө яйға һалынған. Владимир Шиманович әйтеүенсә, 2010 йылдан Башҡортостан биләмәһендә “Уралтранснефте­продукт” компанияһына инвестициялар ун ике тапҡырға арттырылған, киләһе йылда ла был темп һаҡланасаҡ. Әйткәндәй, ике йыл элек инвестиция 300 миллион һум тәшкил итһә, быйыл 2,5 миллиард һумға еткән. Алдағы йылдарҙа ла уның күтәрелеүе күҙаллана. Ошоға бәйле һалымдар һәм түләүҙәр ҙә артасаҡ. Шул уҡ ваҡытта штат ҡыҫҡартылмай, ә киреһенсә, бер аҙ киңәйтергә ниәтләйҙәр.
– Һалымдар беҙгә кәрәк. Уҡытыусыларға, табиптарға эш хаҡын арттырырға, юлдарҙы төҙөк хәлдә тоторға, балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөргә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға