«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан Президенты – Стәрлетамаҡта



04.12.2012 Башҡортостан Президенты – Стәрлетамаҡта

Президент Стәрлетамаҡта “Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм биләмәләр – үҫеш нөктәһе” тигән II республика күргәҙмә-форумында ҡатнашты.
Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында республикала эшҡыуарлыҡ үҫешенә ентекле баһа бирҙе, 450 меңдән ашыу кешенең ошо өлкәлә эшләүен белдерҙе. Ноябрь башына бәләкәй һәм урта бизнестан һалым күләме бер миллиард һумға артып, бөтөнөһө биш миллиард һумға еткән.
Президент бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешенә аяҡ салыусы бер нисә проблеманы ла атап үтте. Был, тәү сиратта, административ кәртәләр. Уны хәл итеү өсөн республика етәкселеге быйыл марттан эшләй башлаған эшҡыуарлыҡ хоҡуҡтары буйынса вәкилгә ҙур өмөттәр бағлай.
Икенсе проблема – эш хаҡының түбән булыуы. Ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларында уртаса эш хаҡы ни бары 14 мең һумдан саҡ ҡына ашыуыраҡ булған.
Бынан тыш, бизнесты яйға һалыуға төбәк ҡануниәтен камиллаштырыу ҙа ярҙам итер ине, моғайын. Был һалымға, биналарҙы ҡуртымға алыуға ҡағыла.
Форумда республика етештереүселәре тауарҙарын тышҡы һәм эске баҙарҙа танытыу өсөн ижтимағи ойошмалар инициативаһына дәүләт кимәлендә булышлыҡ итеү варианттары ҡаралды. Старт-ап темаһына Мәскәүҙән килгән консультант Бари Алибасовтың оҫталыҡ дәресе мауыҡтырғыс булды. Сара һуңында “Эшҡыуар – 2012” республика конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. “Иң-иң”дәр иҫәбендә “Европласт” директоры Ирек Насибуллин (Октябрьский ҡалаһы), Медицина технологиялары үҙәге директоры Эльза Фазлыева (Өфө), “Элитстрой” йәмғиәте етәксеһе Валерий Павлов (Күгәрсен районы), еңел автомобилдәр ремонтлау йүнәлешендә эшләүсе шәхси эшҡыуар Дамир Ғиззәтуллин (Сибай), “Меркурий-Инвестор” йәмғиәтенең генераль директоры Айрат Сөләймәнов (Өфө) бар.

Әйткәндәй

Президент форум алдынан Стәрлетамаҡтың төрлө объекттарында булды.
“Магнит” магазиндары селтәренең базаһына барып, эш барышы менән танышҡанда республика тауар етештереүселәре менән хеҙмәттәшлек хаҡында ла һорашты.
– Мин тик үҙебеҙҙә, Баш­ҡор­тостанда, етештерелгән аҙыҡ-түлекте һатып алам һәм уларҙың сифатынан ҡәнәғәтмен, – тине республика етәксеһе.
“Магнит” селтәре вәкилдәре хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуҙары хаҡында әйтте, әммә продукция сауҙа селтәре параметрҙарына тап килергә тейеш.
Яңы төҙөлгән база ағымдағы йылдың авгусында эш башлаған һәм Өфө, Стәрлетамаҡ, Маг­нитогорск, Ырымбур, Орск ҡалаларында урынлашҡан 451 магазинды тауар менән тәьмин итә. Сауҙа селтәре республика халҡына 1700 эш урыны булдырған, йыл аҙағынаса был һан 1900-гә етәсәк – декабрҙә йәнә 19 магазин асыу планлаштырыла.
Артабан Рөстәм Хәмитов 37-се балалар баҡсаһының реконструкцияланған филиалында туҡталды. Учреждение 55 балаға иҫәпләнгән, 20 өҫтәмә эш урыны булдырылған.
Республика башлығы ҡалалағы берҙән-бер “Бәхетле бала саҡ” исемле ҙур шәхси балалар баҡсаһы менән дә танышты.
Йыл аҙағынаса реконструкциянан һуң йәнә биш балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Бөгөн 6,5 мең сабый баҡсаға урын көтә, ә яңыртылған биналар сиратты 400 балаға кәметергә мөмкинлек бирәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға