«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Президент Мөрәжәғәтнамәһе: фекерҙәр һәм күҙаллауҙар



04.12.2012 Президент Мөрәжәғәтнамәһе: фекерҙәр һәм күҙаллауҙар

Хәбәр итеүебеҙсә, үткән аҙнала БР Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Был Хат йәмәғәтселек, етәкселәр, ғөмүмән, бөтөн халыҡта төрлө фекер­ҙәр ҡалдырҙы. Хуплауҙар, ниәттәр, нисек бойомға ашырыласағын күҙаллауҙар һ.б. бихисап. Республика башлығы “аҡыллы йәмғиәт” төҙөүгә, мәҙәниәткә, экология проблемаларына айырыуса иғтибар итергә саҡыра. Һүҙ юҡ, ысынлап та, беҙгә йәмғиәттең аҡыллыһы, властың халыҡ менән аралашып, дуҫ йәшәүе, тирә-яҡ мөхитте таҙа тотоу, юғары мәҙәниле егерме беренсе быуат кешеһе булыу мөһим. Әйткәндәй, Рөстәм Зәки улы мәҙәниәт хаҡында һөйләгәндә, әҙәбиәтте булдырыусылар – яҙыусыларға ниндәй иғтибар буласағын, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен, бигерәк тә милли матбуғатты бар итеүселәрҙе киләсәктә нимә көткәнен дә билдәләп китһә, Мөрәжәғәтнамә тағы ла тулыраҡ булыр ине кеүек. Эйе, сағыу мәҙәни сараларға йылына 100-әр миллион һум бүлеү, фатир алыуҙа финанслата ярҙам күрһәтеү – яҡшы эш, әммә уның ысын таланттарға барып етәсәген контролләү ҙә ҙур эш бит әле.
ҡыҫҡаһы, Мөрәжәғәтнамә бөтөн халыҡҡа барып етеп, йәнә лә яңынан-яңы фекерҙәр тыуҙырасағына ышанабыҙ.

Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе:
– Ҙур программаны үҙ эсенә алған документта йәмғиәт тормошоноң бөтә өлкәләре сағылыш тапҡан, ҡуйылған маҡсаттарҙы бойомға ашырыу юлдары билдәләнгән.
Президенттың дәүләт алдында торған мәсьәләләрҙе алдынғы ҡараштан сығып хәл итергә тырышыуы ҡыуандыра. Уның “смарт”, йәғни “аҡыллы” йәмғиәт моделенең төп принциптары тураһындағы тезисын миҫалға килтерер инем. Властың асыҡлығын тәьмин итеү, дәүләттең идара процесына мәғлүмәт технологияларын индереү буйынса әле парламентта эш бара. Бөгөн бөтөн мөһим закон проекттары йәмәғәтселектә әүҙем тикшерелә, өйрәнелә. Республиканың һәр гражданы был эштә әүҙем ҡатнаша ала.
Рөстәм Хәмитовтың “парламент – закон проекттарын тикшереү һәм ҡабул итеү өсөн иң тәьҫирле фекер алышыу майҙаны” тигән фекерен тулыһынса яҡлайым. Президенттың Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың һәр комитетында йәмәғәт башланғысында эксперт төркөмдәрен булдырыу идеяһы ла мотлаҡ тормошҡа ашырыласаҡ.

Сәлиә МЫРҘАБАЕВА, РФ Дәүләт Думаһы депутаты:
‒– Президенттың Мөрәжәғәте республиканың яҡын киләсәккә үҫеш юлдарының өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Власть органдарының төп бурысы итеп халыҡтың социаль именлеген, улар­ҙың бөгөн лайыҡлы йәшәүен, иртәгәгә ышанысы булыуын тәьмин итеү ҡуйылды.
Инновацион, дәғүәселеккә һәләтле иҡтисад, экологик именлек, мәҙәниәтте тергеҙеү һәм үҫтереү – былар бөтөнөһө лә мөһим. Күп осраҡта йәмғиәт үҫеше перспективалары тап рухи мөхиткә, кешеләрҙең үҙаңына, тирә-яҡ мөхиттең торошона бәйле.
Президент Хатында Рәсәй өсөн мөһим булған демография проблемаһы ла иғтибарға алынды. Беҙҙең республика һәр ваҡыт ғаиләгә, сәләмәт тормошҡа бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә лидерҙар иҫәбендә булды. Был эш дауам ителеренә ышанам.
ҡуйылған бурыстарҙы гражданлыҡ йәмғиәте үҫешенән, власть органдарының халыҡ һәм ижтимағи ойошмалар менән һөҙөмтәле бәйләнеше, асыҡлығынан тыш хәл итеү мөмкин дә түгел.
Республикала граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн ҙур потенциал бар һәм Дәүләт Думаһының Башҡортостандан һайланған депутат корпусы быға һәр яҡлап булышлыҡ итәсәк.

Рәшиҙә СОЛТАНОВА, БР ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе:
– “Аҡыллы йәмғиәт” төшөнсәһе – киләсәкте яңыса күреү. Ул аҡыллы кешеләрҙең, профессионалдарҙың булыуын күҙ уңында тота.
Президенттың киләһе йылды Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан итеү тураһындағы ҡарарын хуплайым. Был йүнәлеш туранан-тура беҙҙең сәләмәт булыуыбыҙға бәйле. Иғлан ителгән йыл сигендә үткәреләсәк саралар ярҙамында экология һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш йәһәтенән халыҡтың үҙаңы кимәле күтәрелер тигән фекер­ҙәмен.
Республика Президенты ҡуйған бурыстарҙы депутаттар һәм йәмәғәтселек үтәй аласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға