«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » ШОС һәм БРИКС саммитына − яңы ҡунаҡхана



30.11.2012 ШОС һәм БРИКС саммитына − яңы ҡунаҡхана

Ошо аҙнала Өфөлә яңы ҡунаҡхана комплексы төҙөлә башланы. Ул Пушкин урамы яҡлап “Каруанһарай” эргәһендә буласаҡ.
Әлеге төҙөлөшкә рәсми старт биреү уңайынан үткәрелгән кәңәшмәлә баш ҡала мэры Ирек Ялалов, Киров районы хакимиәте башлығы Динар Хәлилов, проекттың инвесторы Дамир Мөғинов һәм башҡалар ҡатнашты.
ҡунаҡхана 200 урынға иҫәпләнгән дүрт йондоҙло халыҡ-ара кимәлдәге отель буласаҡ. Корпуста бизнес-үҙәк тә урынлашасаҡ, ресторан залдарына, ер аҫтында паркинг­ҡа ла урын бүленгән.
Кәңәшмәнән һуң төҙөлөш майҙанына йыйылдылар һәм символик рәүештә флажок болғап, объект төҙөлөшөнә старт бирелеү менән экскаваторҙар нигеҙ ташы һалыу өсөн эш башланы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға