«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



30.11.2012 Өс һөйләм менән

Өфөлә, БР дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле йортона арҙаҡлы башҡорт балетмейстеры Фәйзи Ғәскәровтың бюсы ҡуйылды. Авторы – скульптор Владимир Дворников. Данлыҡлы бейеү ҡуйыу­сының тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата «Азия йөрәге» Рәсәй халыҡтарының хәҙерге заман сәнғәте фестивале лә үткәрелде.

ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек сиктәрендә Өфөнөң урам-юл селтәрен яҡшыртыу өсөн ҙур сығымдар талап ителә. Был маҡсатта Башҡортостандың Юл фондынан йыл һайын яҡынса 3 миллиард һум аҡса бүлеү планлаштырыла. Был сумма төбәк һәм муниципаль юлдар­ҙы ремонтлауға бер нисек тә йоғонто яһамаясаҡ.

Архангел һәм ҡырмыҫҡалы райондарынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар Яңы йылға БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары Венера Шәрәфетдинова һәм Вадим Николайчуктан шәхси бүләктәр аласаҡ. Парламентарийҙар инвалид, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн йәмғеһе 450 бүләк әҙерләгән. Улар райондарҙа йыл аҙағынаса үткәреләсәк Яңы йыл кисәләрендә һәм башҡа байрамдарҙа тапшырыласаҡ.

27 ноябрҙә Өфөлә «Әсәлек даны» миҙалдары менән бүләкләү тантанаһы үтте. Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 36 әсәгә юғары наградаларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы. Уның әйтеүенсә, күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу программаһы буйынса йыл һайын ошо маҡсатҡа 100 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.

Кисә Өфөнөң Конгресс-холында күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовҡа арналған «Рәсәй һәм ғәрәп донъяһы: тарихы һәм бөгөнгөһө» тип аталған Хәкимов уҡыу­ҙары үтте. Ғилми форумды ойоштороусылар – республикабыҙ­ҙың Мәғариф министрлығы, БР Прези­денты ҡарамағындағы Баш­ҡор­тос­тан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Р. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты. Сарала ғил­ми берләшмә вәкилдәре, Рәсәйҙең 11 төбәгенән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән аспиранттар һәм студенттар ҡатнашты.

Иглин районының Урман ҡасабаһында РФ Оборона министрлығының 99-сы арсеналында боеприпас­тар шартлауҙан күрелгән зыян 500 млн һум тип баһаланған. Зыян күреүселәргә республика бюджетынан 10,6 млн һум аҡса бүленгән, тағы ла 37 млн һум ғәҙәттән тыш хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөүгә тотонолған. ҡасабала йәшәүсе 100-гә яҡын ғаилә йортһоҙ ҡалғайны.
З. ЙӘһүҙина әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға