«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Дәүләт Думаһы рәйесе – Өфөлә



30.11.2012 Дәүләт Думаһы рәйесе – Өфөлә

Дәүләт Думаһы рәйесе – Өфөлә
РФ Дәүләт Думаһы Рәйесе Сергей Нарышкин Волга буйы федераль округы төбәктәренә сәфәрендә Өфөлә лә булып китте. Спикер Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашып, республиканы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
– Беҙҙең төп бурыс – республика халҡының именлеген нығытыу, – тине Рөстәм Хәмитов. – Тәү сиратта кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн эшләйбеҙ. Был маҡсаттарға барлыҡ ресурстар йүнәлтелә.
Президент билдәләүенсә, ҙур иғтибар агросәнәғәт комплексына бүленә. Сөнки республика халҡының 40 проценты ауылда йәшәй. Тик шуныһы: һуңғы йылдарҙа аграрийҙарға ҡоролоҡ шарттарында эшләргә тура килде.
Осрашыуҙа бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу буйынса күрелгән саралар тураһында ла һүҙ барҙы. Киләһе йылдан уҡытыусылар һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең генә түгел, ә мәҙәниәт өлкәһендә, балалар баҡсаларында, социаль учреждениеларҙа эшләүселәрҙең дә эш хаҡы арттырыласаҡ, тип билдәләне төбәк башлығы. Һандарға туҡтал­ғанда, Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, һуңғы ваҡытта төбәктә эш хаҡы 15 процентҡа күтәрелгән.
Сергей Нарышкиндың эш сәфәре тығыҙ графикта ойошторолдо. Ул килеүенең икенсе көнөнә Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты студенттары, аспиранттары һәм уҡытыусылары, Башҡортостан парламентарийҙары менән осрашты. Аралашыу темаһы закондар сығарыу эшмәкәрлеген, юридик фәндәрҙе, мәғарифты үҫтереүгә ҡағылды.
– Башҡорт дәүләт университетына ҙур теләк менән килдем. Быуаттан ашыу тарихы булған уҡыу йорто, уның тап ошо юридик факультеты ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, – тине РФ Дәүләт Думаһы спикеры.
Әйткәндәй, декабрҙә Юрист көнө билдәләнә, шуға ла был һө­нәр­ҙе һайлаусылар менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү, проблемаларын, теләк-тәҡдимдәрен тыңлау яҡшыраҡ та.
Рәсәйҙә юристар бик күп, тиһәләр ҙә, Нарышкин әйтеүенсә, беҙҙә түбән квалификациялы юристар кәрәгенән артыҡ, ә ысын мәғәнәһендә әҙерлекле белгестәр етешмәй. Иҡтисадта, уның һәр тармағында ла, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә, закондар сығарыу органдарында был айырыуса ныҡ һиҙелә.
– Закон сығарыусылар ижтимағи-иҡтисади процестар артынан ҡайһы саҡта өлгөрә алмай һәм барлыҡ был үҙгәрештәрҙе тейешле закондар базаһы менән ваҡытында тәьмин итергә әҙер булмай сыға, – тип иҫәпләй Сергей Нарышкин.
Етмәһә, Дәүләт Думаһында байтаҡ закондар сығарыу башланғысы йыйылып киткән, улар әлеге депутаттарға үткән саҡырылыштарҙан ҡалған. ҡайһы берҙәре хатта системалылыҡ йәһәтенән эшләнеп бөтөлмәгән. Был иһә тағы ла бер тапҡыр беҙҙә белемле юристар етешмәүен иҫбатлай. Шуға ла илдәге алдынғы юғары уҡыу йорттарының юғары класлы белгестәр­ҙе мөмкин тиклем күберәк әҙерләүен теләр инек, тине спикер.
Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт университетында осрашыу һорау-яуап форматында үтте. Студенттарҙы һәм уҡытыусыларҙы дәүләт парламентында практика үтеү, юридик факультеттарҙы тамамлаған йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу, юғары уҡыу йорттарында физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең белем алыу мөмкинлектәренә, студенттарға матди ярҙам күрһәтеү варианттарына, шулай уҡ мәғариф өлкәһендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген үҫтереүгә бәйле һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы.
Һуңғыһын, йәғни бизнес менән мәғарифты ҡушыу идеяһын Сергей Нарышкин хупланы. Уның фекеренсә, был закон нигеҙендә башҡарылырға тейеш.
– Беҙҙең республикала уҡыу йорттарына йылына яҡынса 30 мең кеше уҡырға инә, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Уларҙың һәр береһе репетиторҙар һәм шәхси уҡытыусылар яллауға уртаса 30 мең һум аҡса тотонһа ла, яҡынса 900 миллион һум күләмендәге сумма килеп сыға.
БДУ ректоры Әхәт Мостафин да Президент менән килеште – университеттан ғына ла әлеге сумма 400 миллион һум самаһы.
– Бик ҙур аҡса. Был әле Рәсәйҙең ике генә процент халҡы йәшәгән республикала. Был – һалымдан тайпылыу, “күләгәләге эшмәкәрлек”, – тине Рөстәм Хәмитов.
Тимәк, тиҙҙән репетиторлыҡҡа һалым һалыныуы ихтимал.
Дүртенсе курс студенты Виталий Евремов әҙ тәьмин ителгән студенттарға матди ярҙамға бүленгән аҡсаға һалым һалыуҙы бөтөрөү мәсьәләһен күтәрҙе.
Сергей Нарышкин был юҫыҡта Дәүләт Думаһының Бюджет һәм һалым буйынса комитеты етәксеһенә күрһәтмә бирергә вәғәҙә итте. Һалымды алмаштырыу ентекле ҡаралырға тейеш һәм ҡануниәткә лә был хаҡта үҙгәрештәр индерелеүе мотлаҡ.
Мәскәү ҡунағы БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары, республика парламенты янында эшләп килгән Йәштәр йәмәғәт палатаһы вәкилдәре менән дә осрашты.
Сергей Нарышкин Башҡортостан парламентарийҙарының Дәүләт Думаһы менән әүҙем бәйләнештә булыуын билдәләне. Әле Думала беҙҙең Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙан 16 закон инициативаһы ята. Улар бик мөһим. Шунлыҡтан, спикер әйтеүенсә, хатта үҙҙәре тотош ҡабул ителмәгән хәлдә лә, ҡайһы бер закондарға айырым ҡушылыуҙары ихтимал. Сергей Нарышкин республика парламентарийҙары эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
− Республика йәштәренең дә гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүҙә, социаль-иҡтисади бурыстарҙы үтәүҙә әүҙем булыуы күренә, – тине РФ Дәүләт Думаһы Рәйесе Башҡортостан муниципалитеттарының йәштәр советтары менән семинар-кәңәшмә үткәргән ваҡытта. – Мин, спикер булараҡ, файҙалы инициативаларҙы бойомға ашырыу­ға булышлыҡ итә алам.
Был юҫыҡта йәштәргә республика депутаттары аша Думаға закондарға ҡағылышлы тәҡдимдәр ебәрергә мөмкин.

А. ЗИННУРОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға