«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Инвесторҙар менән берлектә әҙерләнәбеҙ



27.11.2012 Инвесторҙар менән берлектә әҙерләнәбеҙ

Өфөлә 2015 йылда үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммиттарына әҙерлек барышында шәхси инвесторҙар иҫәбенә ҡунаҡханалар төҙөләсәк.
ҡала төҙөлөшө советының сираттағы ултырышында дүрт объекттың архитектура концепциялары тәҡдим ителде. Уларҙың береһе – Мостай Кәрим һәм Революцион урамдары киҫешкән урында төҙөләсәк дүрт йондоҙло «Park Inn Radisson» ҡунаҡхана комплексы.
Әлеге проект Революцион урамындағы биналарға, Пио­нерҙар йортона һәм «УралСиб» банкы бинаһына композиция йәһәтенән тап килә.
Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов билдәләүенсә, саммиттарға ҡунаҡханалар төҙөлөшөн ваҡытында тамамлау төп маҡсат булып тора.
Төҙөлөш мәсьәләләрендә потенциаль инвесторҙарҙы бер ни ҙә тотҡарлап торорға тейеш түгел, тигән фекерҙә баш ҡала мэры. ҡабул ителгән документтарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡарап сығырға кәрәк. ҡунаҡханалар төҙөүгә 10 миллиард һумдан ашыу инвестор аҡсаһы һалына. Беҙҙең яҡтан иһә төҙөүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырылырға тейеш.
Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты структураһында саммитҡа әҙерлекте координациялау буйынса бүлек булдырыласаҡ. Әле унда эшләү өсөн кандидаттар ҡарала. Был турала саммит буйынса ошо көндәрҙә үткән икенсе кәңәшмә барышында БР Президенты белдер­ҙе. Әлегә офис-төркөмө дирекцияһын булдырыу һуҙыла.
Бер нисә тапҡыр яҙыуыбыҙса, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммиттарына әҙерлек барышында республика биләмәһенән үткән М − 5, М − 7 федераль трассалары реконструкцияланасаҡ, аэропорт һәм тимер юл вокзалы яңыртыласаҡ. Баш­ҡортостан был ҙур форумды үткәреүгә әҙерлеккә федераль бюджеттан аҡса аласаҡ, әммә әлегә күләме аныҡ ҡына билдәле түгел.
Рөстәм Хәмитов финанс средстволарын контролләү буйынса позицияны ап-асыҡ билдәләне:
− Мин үҙем һәр тинде һанаясаҡмын.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға