«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Эскәнебеҙ һыу түгел, ә ыу икән



16.10.2010 Эскәнебеҙ һыу түгел, ә ыу икән

Республикабыҙҙағы йылғаларҙың күбеһе бысратылған
Эскәнебеҙ һыу түгел, ә ыу икән«Комсомольская правда» гәзитенең һуңғы һандарында республика картаһында ниндәй йылғаларҙың таҙа һәм бысраҡ категорияларына инеүе күрһәтелгән. Йә, Хоҙа-а-ай, күпселек еребеҙҙә йылғалар ныҡ бысран­ған икән. Бигерәк тә көньяҡ, көнсығыш райондар­ҙа. Шунда уҡ, тыуған районымдағы ҙур йылғаларҙан һаналған Эйек, Һүрәм, ҡаҫмарт, Өҫкәлек, Әселе һәм башҡа йылғалар ҙа шулай бысраҡмы икән ни, тигән уй йүгерҙе. Хәйер, ниңә улар бысраҡ булһын, сөнки беҙҙең тирәлә йәки йылғалар инешендә бер ниндәй ҙә сәнәғәт предприятиелары урынлашмаған бит, тип, үҙ-үҙемде тынысландырырға тырыштым.
БР Экология һәм тәбиғәт ресурс­тарын һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостан йылғалары һыуҙарында, башлыса, сульфат-иондар, тимер, баҡыр ҡушылмалары, азот, цинк, никель, шулай уҡ нефть продукттары һәм фенол булыуы асыҡланған. Был «хазина­лар»ға бигерәк тә республиканың иң бысранған Төйәләҫ (етенсе класс), Таналыҡ (бишенсе класс) йылғалары бай икән.
ҡармыш ауылы эргәһендә Дим йылғаһы бысраныу дәрәжәһе буйынса дүртенсе класҡа индерелгән. ҡыйғы, Оло ҡыҙыл, Һаҡмар, Йылайыр йылғаларында, Павловка һыу һаҡлағысында, шулай уҡ Шушпа тимер юл станцияһы эргәһендә Ағиҙел йылғаһы һыуҙары ла өсөнсө кластан дүртенсегә төшкән...
Булмаһа, әйҙәгеҙ, һыу составындағы химик элементтарҙың кешегә ниндәй зыян килтереүенә күҙ һалайыҡ:
сульфат иондары – һөйәктәргә тоҙ ултыра, нервы системаһы эшлектән сыға;
тимер ҡушылмалары – күҙ һәм үпкә туҡымаларына тимер ултыра;
баҡыр ҡушылмалары – психикаға насар йоғонто яһай;
марганец ҡушылмалары – нервы системаһы зарарлана, мейе күҙәнәктәре үлә;
нефть продукттары – бауыр серей;
фенол – ул ағыу, бөтә күҙәнәктәр өсөн дә һәләкәтле;
азот ҡушылмалары – тын алыу юлдарының лайлалы тиресәһе шешә, ҡанда кислород кимәле кәмей, бөйөрҙәр менән бауырға көсөргәнеш килә;
никель ҡушылмалары – бөйөрҙәр менән бауыр юлдары бысраныуы һөҙөмтәһендә организмда токсиндар туплана;
хлор – ҡыҙыл үңәс менән ашҡаҙанға йоғонтоһо насар, тән тиреһен ҡуҙғыта, аллергия, астма барлыҡҡа килә.
Ә беҙҙең, ошо йылғаларҙа рәхәтләнеп һыу инеүселәрҙең, малдарыбыҙҙы, ҡош-ҡортобоҙҙо шунда һыулауға һәм йөҙөргә төшөрөүселәрҙең, үҙ сәләмәтлегебеҙ өсөн нимә менән янауы ете ятып, бер төшөбөҙгә инһәсе! Йәнәһе, беҙҙең Рәсәй кеүек алға киткән илдә бындай кеше ғүмере өсөн ҡурҡыныс булған хәлдәр­ҙең булыуы мөмкин түгел!
Ғәмәлдә иһә... БР Экология һәм тәбиғәт ресурстары министрлығы биргән был хәүефле мәғлүмәттәр уның үҙенең көсһөҙлөгөн күрһәтә түгелме? Ә, бәлки, ғәмһеҙлегендер? Юғиһә, ҡулында шул тиклем дә закон һәм хоҡуҡтар була тороп, ниңә тирә-яҡ мөхитебеҙҙең бысраныуына һәм юҡҡа сығыуына юл ҡуя? Закондарҙы, талаптарҙы һәм тыйыуҙарҙы сүп шайы ла күрмәгән заводтарға, тау-байыҡтырыу комбинаттарына һылтаныу, әлбиттә, иң еңеле: йәнәһе, уларҙың талабын ҡолаҡтарына ла элмәйҙәр.
Ул сағында ни бысағыма беҙгә Тәбиғәт прокуратураһы? Һәр төрлө «Роснадзор»ҙар һәм тағы ла шундайыраҡ әллә күпме органдар? Бындайҙар тураһында өлкән абзыйҙарыбыҙҙың бик тапҡыр бер әйтеме бар: «У семи нянек дитя без глазу».
Эйе, халҡыбыҙ әйтмешләй, эт – эткә, эт – ҡойроҡҡа. Һылтаныуҙар, аҡланыуҙар, башҡаларҙы ғәйепләүҙәр. Ә үҙебеҙ һуң? Тыуған хозур тәбиғәтебеҙҙе, ғәзиз йәнтөйәгебеҙҙе, терегөмөштәй шишмәләребеҙҙе, ҡасандыр ҡолас ташлап йөҙгән йылғаларыбыҙҙы, кейек тулы урмандарыбыҙҙы һаҡлар һәм яҡлар өсөн үҙебеҙ ниҙәр ҡылдыҡ һәм ҡылабыҙ һуң? Эйе, ҡылдыҡ ҡылыҡты... Шуның һөҙөмтәһендә элек аттар йөҙҙөргән, бер ҙә сирҡанмайынса, ярына ятып һыу эсеп, сарсауыбыҙҙы ҡандырған йылғаларыбыҙ бөгөн килеп тауыҡ кисеп сығырлыҡ ҡына ҡалды бит инде. Өҫтәүенә, ана, әллә күпме химик матдәләргә тулған! Эскәнебеҙ һыу түгел, ыу хәҙер.
Ейәнсура районының Ибрай, Саҙалы, Сирғол, Байдәүләт ауылдарында бөгөн йәшәп ятыу­сыларҙың ата-бабалары ҡасандыр үҙ тормош-көнкүрештәрен ҡорор өсөн был яҡтағы иң матур, иң хозур тәбиғәт мөйөшөн һайлаған. Тау һәм урмандар тиһеңме, йылғалар һәм шишмәләр тиһеңме – һушың китер! Ауылдар теш ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыулы, «ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән бәрҙе менән бағры балыҡтарына бай Оло Һүрәм йылғаһы буйында йәйрәп ята. Ошо йәмле ауылдарҙың үҙҙәренә генә хас булған бер матур традициялары бар: ҡор баштары, ауыл хакимиәте етәкселеге башланғысында йыл һайын йәй башында йылғалар­ҙың инешен, үҙәндәрен, ярҙарын һәм яр буйҙарын, уларға яҡын ятҡан урман-туғай эстәрен, бер юлы ауылдарын, урамдарын һәм ихаталарын йығылған ағастан, сүп-сарҙан таҙартыр өсөн өмәгә сығалар. Был сарала һәр кем ҡатнаша. Өлкәндәрҙән бигерәк балалар өсөн бөтөн бер байрамға әүерелә бындай өмәләр. Тәбиғәтебеҙгә, тирә-яғыбыҙға һаҡсыл, хужасыл ҡараш бына ошонан башлана түгелме?!

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға