«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Еңеүгә тиңләшеү!



10.05.2010 Еңеүгә тиңләшеү!

Учалы ҡалаһында «Еңеүгә тиңләшеү!» тип аталған республика эстафетаһының зона этабы үтте. 1942 йылда илде марганец рудаһы менән төп тәьмин итеүселәр һаналған Украина менән Кавказ фронт һыҙығы артында тороп ҡала. Танкылар етештергәндә марганец рудаһын иретмәгә ҡушалар. Шуға ла 1942 – 1943 йылдарҙа Баймаҡ һәм Учалы райо­нындағы марганец ятҡылыҡтарын эшкәртә башларға юғарынан күрһәтмә ебәрелә. Әммә урындарҙа иң яҡшы белгестәр, репрессияға эләгеп, Себергә һөрөлгән була, шул иҫәптән Ураҙ ятҡылығын асҡан геолог та. Уны, лагерь тормошонан үлем сигенә еткән белгесте, саҡ эҙләп табып, кире ҡайтарыуға ирешәләр, һәм тиҙҙән Сталиндың бойороғо үтәлә башлай...
Ошо көндәрҙә Учалы ҡалаһында үткән «Еңеүгә тиңләшеү!» тип атал­ған республика эстафетаһының зона этабы мәлендә ошо тарихи ваҡиға иҫкә төштө.





Фото: ИА «Башинформ»


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға