«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Инвестициялар уңышлы тормошҡа ашырыла



20.11.2012 Инвестициялар уңышлы тормошҡа ашырыла

“Башҡортостан урман сәнәғәте компанияһы” холдингына ҡараған Өфө фанера комбинаты һәм Өфө фанера-плита комбинаты урмандарҙы үҙләштереү өлкәһендә ике инвестиция проектын уңышлы бойомға ашыра. Улар – “Ҙур форматлы фанера заводы” һәм “Башҡор­тостанда ағас эшкәртеү комплексын булдырыу”.
Проекттар 300-ҙән ашыу яңы эш урынын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Уларҙы тормошҡа ашырыу урманды теүәл файҙаланыу, энергияны һаҡсыл тотоноу, продукция күләмен арттырыу йәһәтенән ҙур файҙа килтерәсәк.
Әлеге ваҡытта Өфө предприятиеларында яңыртыу эштәре алып барыла. Әлегә комбинаттарҙы яңыртыуға планда ҡаралған инвестицияларҙың 90 проценты тотонолған. 2013 йылдың декабрендә производстволар тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ тип көтөлә.
Әйткәндәй.
Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеү көтөлгәндән артып китәсәк. Быйыл уларҙың күләме бөтөнөһө 230 миллиард һум тәшкил итәсәк, тип фаразланһа, йыл аҙағынаса был сумма 253 миллиард һумға етергә мөмкин. Былтыр әлеге күрһәткес 185 миллиард һум булған.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин белдереүенсә, етди алға китеш бар. Төбәк тулайым продукты (ВРП) йыл һөҙөмтәләре буйынса бер триллион һумдан ашасаҡ. Был – республика өсөн әһәмиәтле күренеш. 2015 йылғаса уның күләмен 1,470 триллион һумға еткереү көтөлә.
Бынан тыш, былтыр бойомға ашырыла башлаған инвестиция проекттары тулы ҡеүәтенә сығасаҡ. Мәҫәлән, Әлшәй районындағы бройлер комплексы, Благовещен ҡалаһындағы арматура заводы һәм “Салауатбыяла” йәмғиәтендәге эштәр ошо иҫәптә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға