«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Голландтарҙан өйрәнәбеҙ



16.11.2012 Голландтарҙан өйрәнәбеҙ

Ошо көндәрҙә БР Ауыл хужалығы министрлығында Нидерланд короллеге вәкилдәре менән осрашыу үтте.
Был Европа иле менән ауыл хужалығы тармағында тығыҙ бәйләнеш егерме йыллап дауам итә. Республика баҫыуҙарында голланд техникаһы эшләй, теплицаларҙа ошо илдең ҡорамалдары һәм йәшелсә үҫтереү тәжрибәһе ҡулланыла, тоҡомло малы аҫрала. Был ғына ла түгел, башҡа байтаҡ ҡына йүнәлештә лә уртаҡлашаһы тәжрибә бар. Ауыл хужалығы кооперативтарының үҫеше ошо иҫәптә. Үкенескә күрә, әле Рәсәйҙә был хужалыҡтар Европалағы кеүек үҫешмәгән.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар тормошҡа ашырырға мөмкин булған проекттарҙы ҡараны, аграр мәсьәләләр хаҡында фекер алышты.
“Республика агросәнәғәт берекмәһе” ауыл хужалығы ҡулланыусыларҙы тәьмин итеү кооперативы проекты менән уның рәйесе Рөстәм Зарипов таныштырҙы. Быйыл яҙ ғына ойошторолған кооператив республика ҡулланыусылар кооперацияһы системаһында үҙәкләштерелгән структура булырға тейеш. Уның маҡсаты – дәғүәселеккә һәләтле, юғары технологиялы, заманса инфраструктуралы предприятиелар барлыҡҡа килтереү.
Әйткәндәй, 2013 йыл Нидер­ландтарҙа – Рәсәй Федерацияһы, Рәсәйҙә Нидерланд короллеге йылы тип иғлан ителә. Шуға ла ике дәүләт араһындағы бәйләнештәр киләһе йылға айырыуса тығыҙ формала буласаҡ, тип өмөтләнә һәр яҡ белгестәре лә. “Royal Matrix Group B.V.” компанияһы президенты Тон Верхувен һүҙҙәренсә, беҙҙең республикала сит ил капиталы өсөн мөмкинлектәр бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға