16.11.2012 Өс һөйләм менән
Өфөлә, Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда тәүге шыршы үҙ урынын алды. Тиҙҙән уны уйынсыҡтар һәм гирляндалар менән биҙәйәсәктәр. Благовещен районынан килтерелгән урман ҡупшыҡайының бейеклеге 20 метрға яҡын.
15 − 25 ноябрҙә баш ҡалабыҙҙа М. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфөләге филиалы Иран сәнғәте көндәрен үткәрә. Сара барышында өфөләр иран милли сәнғәте изделиелары, сувенир продукцияһы күргәҙмәһендә ҡатнашып, биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса «Иран – әкиәт донъяһы» конкурсын ҡарай аласаҡ. Бынан тыш, ҡунаҡтарға мосолман дәүләте тураһында фильм күрһәтеләсәк, төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.
Өфөнөң хеҙмәт баҙарында элеккесә эшселәр талап ителә. Баш ҡаланың хеҙмәт биржаһындағы мәғлүмәт базаһында эшсе һөнәрҙәре буйынса вакансиялар дөйөм вакантлы урындарҙың 84 процентын тәшкил итә. Баш ҡалала арматурасы, бетонсы, ташсы, балта оҫтаһы, маляр, иретеп йәбештереүсе, токарь, электрогазосварщик, шулай уҡ водителдәр, кондуктор, урам һепереүсе, юл хеҙмәткәре, һатыусы, ашнаҡсы һәм кондитерҙарға ихтыяж ҙур.
2013 йылда Өфөлә йәйәүлеләр өсөн биш ер аҫты юлы төҙөлә башлаясаҡ. Уларҙың дүртәүһе Октябрь проспектында («Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты», «Мир» фирмаһы», икәүһе – «Спорт» туҡталыштарында) урынлашасаҡ. Шулай уҡ «Актерҙар йорто» туҡталышында Пушкин урамы аша туннель төҙөләсәк, ә Өфө − аэропорт юлында йәйәүлеләр өсөн ике ер өҫтө юлы төҙөү проекты экспертиза үтә.
27 декабрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында билдәле опера йырсыһы Илдар Абдразаҡовтың хәйриә концерты үтә. «Мәрхәмәт» хәйриә фонды менән берлектә ойошторолған Раштыуа концертына контрамаркалар бирелмәйәсәк, билет 2 − 10 мең һум торасаҡ. Саранан алынған аҡса фонд ҡарауында булған балаларҙы дауалау өсөн тәғәйенләнә.
Бөгөн Өфөлә XVI «ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтә. Сараның маҡсаты − иң уңышлы һәм әүҙем ҡатын-ҡыҙ етәкселәрҙе асыҡлау һәм дәртләндереү, төбәктең социаль-иҡтисади программаларын тормошҡа ашырыуға уларҙың индергән өлөшөн һәм ролен йәмәғәтселеккә танытыу, хәйриә һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡеүәтләү. Мәртәбәле бәйгелә республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 17 предприятие һәм ойошма етәксеһе ҡатнаша.
З. ЙӘһҮҙИНА әҙерләне.