«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Күп балалы ғаиләләргә ер бүлеү дауам итә



13.11.2012 Күп балалы ғаиләләргә ер бүлеү дауам итә

Башҡортостан парламентарийҙары Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет ултырышында өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай ер участкалары бүлеү барышын тикшерҙе. Әйткәндәй, әлеге категория граждандарын торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе – Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың шәхси контролендә. Участкалар бер тапҡыр һәм бушлай бирелә.
Бөгөн республикала күп балалы 35730 ғаилә йәшәй, уларҙан 13586 ғаилә участка алыуға заявка биргән. Шуларҙың 3261-енә йорт төҙөү өсөн ер бирелгән. Инвалид бала тәрбиәләгән 706 ғаилә лә участка алған.
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары ер бүлеү буйынса законды бойомға ашырыу өсөн үҙләштерелгән средство күләмен тикшер­ҙе. БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республика бюджетынан бүленгән 67,7 миллион һум аҡсаның 18 миллион 951 мең һумы үҙләштерелгән. Улты­рышта билдәләнеүенсә, иҫәпкә торған ғаиләләр һаны аҙна һайын 150 − 200 кешегә арта.
Ер участкалары етешмәү мәсьәләһе ауылдар­ҙың сиген киңәйтеү юлы менән хәл ителә. 2012 йылда Башҡортостан ауылдары биләмәһе 4424 гектарға ҙурайтылған.
Проблемалар ҙа бар. Быға бүленгән участкаларға инженерлыҡ коммуникацияларын үткәреү инә. Мәсьәләне муниципалитеттар хәл итергә тейеш. Ә улар иһә финанс яҡтан көсһөҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға