«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Малсылыҡ үҫә



13.11.2012 Малсылыҡ үҫә

Республиканың ауыл хужалығы министры Николай Кова­ленко белдереүенсә, Баш­ҡор­тостанда малсылыҡ тармағы йылдам темптар менән үҫешә.
Аныҡ һандарға туҡталғанда, 2012 йылдың туғыҙ айында беҙҙә 1,4 миллион тонна һөт, 260 мең тонна ит етештерелгән. Былтырғыға ҡарағанда, был биш һәм ике процентҡа күберәк.
Йыл аҙағынаса төбәктә әлеге темпты һаҡлап ҡалыу һәм һөт етештереү күләмен – 1,7 миллион тоннаға тиклем, иттекен 380 мең тоннаға тиклем еткереү күҙаллана. Мал башы һәм ҡош-ҡорт һаны буйынса ыңғай үҫеште һаҡлап ҡалыу ҙа мөһим.
Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүгә килгәндә лә күрһәткестәрҙең күтәрелеүе күренә − республикала йыл башынан алып һөт продукцияһы, май, ит, кондитер изделиелары, он, ярма һәм ҡайһы бер башҡа продукция етештереү күләме артҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға