«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



06.11.2012 Донъя яңылыҡтары

Бына һиңә берҙәмлек!
Бөтә Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнгәндә илдең баш ҡалаһында “Рус маршы” үтте.
Унда яҡынса ун меңгә яҡын халыҡ ҡатнашҡан. Урамдарҙа “Рәсәй – урыҫтар өсөн!”, “Берәү – бөтәһе өсөн, бөтәһе – берәү өсөн!” кеүек лозунгылар яңғыраған, бынан тыш, оппозицион фекерҙәр ҙә ишетелгән. Маршта ҡатнашыусылар РФ Енәйәт ко­дексының 282-се статьяһын (милләтселек өсөн енәйәт яуап­лылығы) алып ташлауҙы талап итә. ҡайһы бер колонналарҙан “Андерс Брейвикка дан!” (был әҙәм Норвегияла 77 кешене үлтергән, 240 кешене яралаған) һүҙҙәре яңғыраған. Ошо көндә свастикалы шинель кейгән һәм башҡа нацистик символикалы 25 кеше ҡулға алынған.
“Рус маршы” тағы ла Екатеринбург, ҡаҙан, Түбәнге Новгород, Санкт-Петербург ҡа­ла­ларында уҙған. Мең ярымдан ашыу халыҡ ҡулға алынған, улар араһында үҫмерҙәр, студенттар күп.

Американдар һайлай

Бөгөн АҡШ яңы президент һайлай.
Һорау алыу һөҙөмтәһе буйынса, ике кандидат – дәүләттең әлеге башлығы Барак Обама һәм Массачусетс штатының элекке губернаторы Митт Ромни лидер­ҙар рәтендә. Улар өсөн халыҡтың 49 проценты тауыш бирергә әҙер.

Ришүәтсе табиптар эләккән

Силәбе өлкәһенең һаулыҡ һаҡлау министры Виталий Тесленко 28 миллион һум бюджет аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнә.
Уны ришүәт алған саҡта хоҡуҡ һаҡлау органдары эләктергән. Министр һаулыҡ һаҡлау өлкәһен модернизациялау проектына ярашлы бүленгән аҡсаны үҙләштергән. Бынан тыш, уның ярҙамсыһы, өлкә клиник дауаханаһының баш табибы ла ҡулға алын­ған. Уларҙың ун йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе бар.

Тәмлетамаҡтар байрамы

Париж юғары мода төбәге генә түгел, шоколад ҡалаһы ла.
Францияның баш ҡалаһында донъялағы иң эре шоколад күргәҙмәһе үткән. Йөҙләгән кондитер халыҡ алдында уҡ кәнфиттәр, төрлө татлы фигуралар әҙерләгән. Тәмлетамаҡтар өсөн шоколад күперҙәре, ағастары әҙерләнә, хатта шоколад фонтандары урғыла.
Меңәр йылдар дауамында шоколад бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Оксфорд университеты ғалимдары раҫлауынса, шоколад аҡыл кимәленә йоғонто яһай. Юҡҡамы ни был татлы ризыҡты күп ашаған илдәр Нобель премияһы лауреаттарына бай! Швейцария, Германия, Бөйөк Британияла кеше башына йылына ун ике килограмм тәмлекәс тура килә. Ә беҙ йылына өс килограмм шоколад ашайбыҙ икән.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға