«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Кемде нимә борсой



06.11.2012 Кемде нимә борсой

БР Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте.
Был – төбәк башлығының ил Президенты төбәк башлыҡтарына ҡушыуы буйынса уҙғарған икенсе тапҡыр халыҡты ҡабул итеүе. Президентҡа бирелгән һорауҙар араһында иң мөһимдәре экология, белем биреү, ауыл хужалығы тауарҙарын эшкәртеү буйынса фермерҙарға ярҙам, инвалид балаларға шарттар булдырыу, юлдар төҙөү һәм Өфө ҡалаһын төҙөкләндереү мәсьәләләренә ҡағылды. Был юлы Р. Хәмитовҡа төбәктәге проблемаларға битараф булмаусы йәштәр ҙә килгәйне. Мәҫәлән, юғары уҡыу йортонда белем алыусы ҡаланың көньяҡ битләүе торошона борсолоп килгән. Бигерәк тә туйҙар өсөн иҫтәлекле урындар ҡунаҡтарҙың насар ҡыланышы арҡаһында сүп-сарға күмелә бара. Республика башлығы әйтеүенсә, Өфөгә ингән урындарҙы төҙөкләндереү иң яҡын арала үтәләсәк пландарға ингән. Салауат Юлаев паркы киләһе йылдан реконструкциялана башлаясаҡ. Тик ҡайһы берәүҙәр ҡаланың матурлығына ҡарата вәхшиҙәрсә ҡылана, күптән түгел асылған Софья аллеяһында ла эскәмйәләрҙең бер өлөшө емерек хәлдә.
Өфө дәүләт авиация техник университеты студенткаһы Пре­зидентҡа тыуған ауылы Дыуанда клуб булмауын әйтте. Ике йыл элек музыка мәктәбе, хореография класы, китапханаһы булған клубты, авария хәлендә тип, емерәләр һәм яңыһын һаман да төҙөмәйҙәр.
– Быйыл Баймаҡ районында ҙур булмаған 150 урынлыҡ клуб төҙөнөк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Клуб төҙөү арзан түгел, тамаша залы менән бәләкәй генә бина ла 15 − 20 миллион һумға барып баҫа. Мәҙәни объекттарҙы ин­вес­торҙарҙы йәлеп итеү юлы менән төҙөргә кәрәк. Шулай ҙа мәсьә­ләне хәл итеп ҡарарбыҙ.
Республикала Өфөлә һәм Бәләбәйҙә ни бары ике белем биреү учреждениеһы һуҡыр балалар менән эшләй. Салауат ҡалаһынан килгән ханым һуҡыр балалар проблемаһын күтәреп сыҡты. Бындай инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләгә баш ҡалаға күсенеп килергә тура килә. Төбәктә был өлкәләге белгестәр­ҙең аҙ булыуы борсолдора.
Президент проблеманы төрлө яҡлап өйрәнгәндән һуң, әлеге мәктәптәрҙең матди-техник ба­заһын нығытырға ҡушты. Мөм­кинлектәре сикләнгән кескәйҙәр өсөн төрлө ҡалаларҙа айырым төркөмдәр булдырыу менән шөғөлләнергә, ә киләһе йәй улар өсөн ял лагерҙарында профилле заезд ойошторорға кәрәк, тине.
Өфө районының Шамонин ауылында йәшәүсе ҡатын тораҡ пункттағы юлһыҙлыҡ мәсьәләһен хәл итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Р. Хәмитов был һорауҙы шәхси тикшереүгә алды, шул уҡ ваҡытта ауыл халҡына үҙойошор­ға, идара итеүсе компания төҙөп, ауылды төҙөкләндереү менән шөғөлләнергә кәңәш итте.
Президентҡа барлығы туғыҙ кеше мөрәжәғәт итте. Ул һәр береһенең проблемаһын тыңлап ҡына ҡалманы, уларҙың йәшәү сифаты, балалар баҡсаһында урындарҙың, юлдарҙың булыу-булмауы, коммуналь хеҙмәт хаҡтары менән ҡыҙыҡһынды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға