06.11.2012 Янғын хәүефһеҙлегенә иғтибар ҙур
Башҡортостан урман янғындарын һүндереү техникаһы һәм махсус ҡорамалдар һатып алыуға 66 миллион 843 мең 200 һум күләмендә федераль субсидия аласаҡ. Дмитрий Медведев 2012 йылға Рәсәй Федерацияһы субъекттарына әлеге техниканы һатып алыуға федераль бюджеттан йүнәлтелгән субсидиялар бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Республикабыҙға урман янғындарын һүндереү техникаһы һатып алыу хоҡуғы биргән контракттың дөйөм суммаһы 72,8 миллион һум тәшкил итергә тейеш. Был аҡсаға төбәктә 35 берәмек махсус техника һатып алынасаҡ.
Иң ҙур күләмдәге субсидия (100 миллион һумдан ашыу) Иркутск, Свердловск, Амур, Ленинград өлкәләренә һәм Байкал аръяғы крайы өсөн билдәләнгән. 2012 йылға урман янғындарын һүндереү техникаһы һатып алыуға федераль бюджеттан бүленәсәк субсидияның дөйөм күләме − 3 миллиард 500 миллион һум.
З. ЙӘҺҮҘИНА.