«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Нимә ул федераль контракт системаһы?



02.11.2012 Нимә ул федераль контракт системаһы?

Федераль контракт системаһын тормош­ҡа ашырыу йәһәтенән Башҡор­тостан илдең пилот төбәге булараҡ сығыш яһаясаҡ.
Ике йыл элек РФ Иҫәп палатаһы менән Башҡортостан Республикаһы хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйған. Был хеҙмәттәшлек сигендә мөһим темаларҙың береһе билдәләнгән – Федераль контракт системаһы тураһындағы законды тормошҡа ашырыу йәһәтенән республика пилот проекты булараҡ сығыш яһаясаҡ. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар: тейешле структура, үҫешкән сәнәғәт, һөҙөмтәле эшләгән менеджмент, хоҡуҡ һаҡлау органдарының яҡшы эшләүе.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы менән республика араһында, әлеге системаны бойомға ашырыуҙан тыш, башҡа өлкәләрҙә лә эшлекле мөнәсәбәттәр булдырылған. Бер һүҙ менән әйткәндә, Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы беҙгә бюджетты формалаштырыуҙа методик ярҙам күрһәтә.
Федераль контракт системаһы – дәүләт идараһында контракт нигеҙендә барлыҡҡа килгән яңы технология.
Өфөлә ошо көндәрҙә «Федераль контракт системаһы – конкурентлы Рәсәйҙең үҫеш нигеҙе» Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙып, унда РФ Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин ҡатнашты.
– 2013 йылда федераль контракт системаһын нәҡ беҙҙең республикала, беҙҙең предприятиеларҙа тормошҡа ашыра башлау беҙҙең өсөн генә түгел, тотош ил өсөн дә етди аҙым буласаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостанда әлеге системаны үҫтереү буйынса ҙур ғына эш башҡарылған, әле лә был йүнәлештең төп тенденциялары тикшерелә, ғилми эшләнмәләр алып барыла.
Конференцияға Мәскәүҙән, Һамар, Силәбе өлкәләренән эксперттар ҙа саҡырылғайны.
РФ Иҫәп палатаһы аудиторы Алек­сандр Пискунов белдереүенсә, федераль контракт системаһы заказсылар, төҙөүсе фирмалар мәнфәғәте балансын даими тикшереп барыусы сервис-йүнәлтеү системаһы булараҡ та ҡарала. Был системаны индереү илдә дәүләт ресурстары менән идара итеүҙе камиллаштырырға булышлыҡ итергә тейеш. Бында һүҙ бюджет аҡсаһын һөҙөмтәле ҡулланыу, ришүәтселекте бөтөрөү хаҡында бара.
Рәсәй йыл һайын дәүләт заказдары буйынса һатып алыуҙарҙан ғына туплан­ған бюджеттан бер триллион һумға тиклем аҡсаһын юғалтҡан. Бынан һуң контроль ҡәтғиләнәсәк. Федераль контракт системаһы тураһында яңы закон проектындағы үҙгәрештәр бюджетты формалаштырыуға ыңғай йоғонто яһаясағы күҙаллана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға