«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Айыу үҙ ерен яҡшы һаҡлай



30.10.2012 Айыу үҙ ерен яҡшы һаҡлай

Айыу үҙ ерен яҡшы һаҡлай
Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығының дүрт урмансыһы, биләмәне ҡарап сығырға тип, урманға юлланған. ҡапыл береһенең эте өрә башлағас, хужаһы башҡаларҙан айырылып, уны ҡарарға ҡалған. Көтмәгәндә иргә айыу ташланған. Баҡһаң, эт шуға өргән икән. Йыртҡыстың ҡорбаны ҡысҡырғанға килеп еткән башҡа урмансылар мылтыҡтан атып, урман хужаһын ҡурҡытмаһа, эш бөтөнләй мөшкөл булыр ине. Айыу 50 йәшлек ирҙең аяҡтарын, һул ҡулын, күкрәк ситлеген зарарлап өлгөргән.
ҡурсаулыҡ белгестәре фекеренсә, айыу үҙ биләмәһен һаҡларға була шулай кешегә ташланғандыр.
Белорет айыуҙары торған һайын уҫалыраҡ була бара, буғай. Августа ғына береһе Өмөтбай ауылындағы шәхси хужалыҡтың кәртәһенә үк килеп, һыйырға ташланғанын ишеткәйнек. Ул саҡта хужа йыртҡысты атып үлтергән.
Нимә был – айыуҙың кешегә кем көслөрәк икәнен раҫлауымы, аслыҡмы, әллә башҡа сәбәпме?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға