«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



30.10.2012 Өс һөйләм менән

Өфөгә дуҫлыҡ сәфәре менән Германия делегацияһы килде. ҡунаҡтар Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итәсәк үҫеш банкы, туризм перспективалары тураһында эшлекле һөйләшеүҙәр ойошторҙо. Немецтар беҙҙең республикала туризмды үҫтереү өсөн уникаль урындар һәм бөтә перспективалар ҙа бар тип һанай.

6 – 9 ноябрҙә Өфөлә Билбау көрәше буйынса донъя кубогы үтәсәк. Ярыш “Динамо” спорт комплексында ойошторола. Үҙе­беҙҙең ил спортсыларынан тыш, сит ил көрәшселәре лә киләсәк.

Башҡортостандың Мәғариф­ты үҫтереү институтында шашка спорты мастерҙары, тренерҙары өсөн семинар үтте. Унда шашка спорты менән шөғөлләнеүселәр өсөн квалификация күтәреү курстарының презентацияһы ла булды. Уҡыу курстары төрлө педагогтар, синыф етәкселәре, балалар баҡсалары тәрбиәселәре һәм башҡа бик күп һөнәр эйәһе өсөн яраҡлаштырып әҙерләнгән.

“Башҡортостан селтәр компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2012 – 2013 йылғы йылытыу миҙгеленә әҙер булғанлығын күрһәтеүсе паспорт алды. Компания хеҙмәткәрҙәре ҡышҡа әҙерлек барышында бик күп подстанцияларҙы ремонтланы, электр сымдарын алмаштырҙы. Белгестәр әйтеүенсә, ойошманың ҡорамалдары ҡышҡы һалҡындарға тулыһынса әҙер, улар ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә лә эшләү һәләтен юғалтмаясаҡ тип билдәләнә.

Өфөлә мунса мәҙәниәте буйынса мастер-класc ойошторорға ниәтләйҙәр. Был сара илебеҙҙең мунсаны ныҡ яратыусы кешеләренең береһе, мунсаға ҡағылышлы бик күп конкурста еңеүсе, Санкт-Петербург ҡалаһынан Николай Петров ҡатнашлығында уҙасаҡ. Мастер-класта миндек бешерергә, парҙы дөрөҫ итеп таратырға өйрәтмәкселәр.

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы хеҙмәткәрҙәре ағымдағы йылдың туғыҙ айында финанс һәм бюджет сараларын ҡулланыуҙа закон боҙоу факттары булғанлығын асыҡлаған. Әлеге осраҡта 8,4 миллиард һум аҡсаны дөрөҫ файҙаланмау тураһында һүҙ бара. Бынан тыш, республиканың 1,7 миллиард һумлыҡ дәүләт һәм муниципаль милкенең реестрға индерелмәүе лә иҫбат ителгән.

Үткән йәкшәмбелә республикабыҙҙа 10 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Утта өс кеше янып үлгән, тәндәре бешеп, дауаханаға эләгеүселәр ҙә бар. Һәр ваҡыттағыса тиерлек янғын сығыу­ҙа кешеләрҙең ут менән диҡҡәт­һеҙ ҡулланыуы ғәйепле.

РФ Президентының Баш­ҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе белгестәре Ну­риман районы ауылдарында халыҡ менән аралашты. Бел­гестәр билдәләүенсә, ауыл кешеләрен, башлыса, социаль мәсьәләләр ҡыҙыҡһындыра, шулай уҡ ер участкалары алыуҙа, пайҙарҙы бүлеүҙә лә ҡытыршылыҡтар бар. Ауылда йәшәүселәр­ҙе мәктәптәр ябылыу проблемаһы айырыуса ныҡ борсой.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға