«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан менән Япония «килешә»



30.10.2012 Башҡортостан менән Япония «килешә»

Өфөгә Японияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Тикахито Харада килде. Ул ике яҡтың инвестиция конференцияһында ҡатнашты. Был сара икенсегә уҙғарылды һәм япон партнерҙар менән хеҙмәттәшлекте нығытыуға йүнәлтелде.
Әле берлектәге проекттар буйынса һөйләшеүҙәр дауам итә. Илсе һүҙҙәренсә, Япония һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер. 2011 йылда Башҡортостан менән Япония араһында тауар әйләнеше 45 миллион доллар булған. Был беҙҙәге потенциалға ла, Японияныҡына ла әллә ни тап килеп етмәй. Алда торған маҡсат – инвестиция йәһәтенән бәйләнештәрҙе әүҙемләштереү.
Берлектәге проекттарға килгәндә, былтыр «Газпром Нефтехим Салауат» менән «Мицубиши Хеви Индастри» компаниялары араһында хеҙмәттәшлеккә ҡул ҡуйылған, Нефтекаманың «Автопласт» заводы менән дә ҡыҙыҡһыналар.
Был юлы япон белгестәре «Өфө моторҙар эшләү предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, трансформатор заводына барыр­ға күҙаллай. Бөгөн Башҡортостан Президенты менән осрашыу ҙа ҡаралған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға