30.10.2012 Саммит торлаҡ проблемаһын да хәл итә
Белеүегеҙсә, 2015 йылда Өфөлә үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммитына әҙерлек темптары етеҙәйә бара. Иң тәү сиратта “Өфө” халыҡ-ара аэропортынан баш ҡалаға илтеүсе юл, ҡунаҡханалар төҙөү, Ағиҙел яры буйын төҙөкләндереү күҙаллана. Һуңғыһы, йәғни яр буйын матурлау өсөн ундағы иҫке йорттарҙы һүтеү күҙ уңында тотола. Көньяҡ битләүҙең (Южный склон) текә урындарында ла торлаҡтар бар. Унда йәшәүселәрҙе торлаҡ ҡануниәтенә ярашлы күсереп, яр буйында ҙур парк ойоштормаҡсылар.
Әйткәндәй, Өфөгә саммитҡа әҙерлек барышында байтаҡ ҡына ҡунаҡхана ла талап ителеүе хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Шундай биналарҙың береһен төрөктәрҙең төҙөүе ихтимал. Дөрөҫөрәге, Төркиә инвесторҙары шундай теләк белдергән. КАЙИ Груп корпорацияһының Рәсәй һәм БДБ илдәрендәге инвестиция проекттары буйынса төбәк директоры Али Перекли белдереүенсә, был компания донъяның өс ҡитғаһында төҙөлөштәр алып бара. Беҙҙең илгә өс йыл элек инвестиция һала башлаған, бөгөн Һамарҙа, Ярославлдә ҡунаҡханалар сафҡа индерелгән, Красноярскиҙа ла эш башларға йөрөйҙәр.
Шуныһы ла бар: компания ҡунаҡхананы үҙ аҡсаһына төҙөй ҙә, артабан идараны операторҙарға тапшыра, үҙе хужа булып ҡала. ҡунаҡхана бинаһын проектлау өсөн урындағы архитекторҙарға өҫтөнлөк бирелә.