«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Балалар һаны кәмегәндә мәктәпте нисек һаҡлап ҡалырға?



17.08.2010 Балалар һаны кәмегәндә мәктәпте нисек һаҡлап ҡалырға?

14 августа мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе үтте

Быйыл республика август кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларҙы Бүздәк һәм Саҡмағош райондары ҡабул итте. Уҡытыусыларҙың форумында Башҡор­тостан Президенты Рөстәм Хәмитов, РФ мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Иван Лобанов, БР Президенты ҡарамағындағы дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, республиканың ми­нистрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары ректор­ҙары, директорҙар һәм уҡытыу­сылар ҡатнашты.
Көндөң тәүге яртыһында кәңәшмәлә ҡатнашыусылар райондарҙың белем һәм тәрбиә усаҡтары менән танышты, уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең эш тәжрибәһен өйрәнде. Йола буйынса кәңәшмә үтәсәк райондарҙа белем биреү учреждениеларын төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә. Бүздәк һәм Саҡмағош райондары мәктәптәре һәм балалар баҡсалары ла ҙур яңырыу кисер­ҙе. Мәҫәлән, Бүздәк районы үҙәгендә ике мәктәптә тулыһынса реконструкция үткәрелгән. Яңы төҙөлгән төкәтмәләрҙә өҫтәмә уҡыу бүлмәләре, бөтә уңайлыҡтары булған яңыса йыһазландырылған ашхана урынлашҡан.
Саҡмағош районында 5-се балалар баҡсаһының яңыртылған корпусы файҙаланыуға тапшырылды. 1968 йылда төҙөлгән бина күптән бөгөнгө заман талаптарына яуап бирмәй. Әле иһә кескәйҙәр бөтә уңайлыҡтары булған бүлмәләрҙә көндәрен мауыҡтырғыс һәм файҙалы итеп үткәрә аласаҡ. «Әммә был балалар баҡсаһы менән генә райондағы проб­леманы хәл итеп булмай. Әлеге көндә тағы ла 500-ҙән ашыу бала балалар баҡсаһына сиратта тора. Яҡын киләсәктә тағы ике балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйбеҙ. Башҡа маҡсатта файҙаланылған мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары биналарын да кире ҡайтарырға планлаштырабыҙ», – тип, Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына бәйле проблемалар менән уртаҡлашты.
Район үҙәгендә урынлашҡан гимназия ла кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы балҡып ҡаршы алды. Өр-яңы йыһаздар, заманса уҡыу-уҡытыу саралары менән байытылған уҡыу бүлмәләрен күреү үҙе бер кинәнес. Гимназияның «Эврика» фәнни йәмғиәте ағзалары ҡунаҡтарға скайп аша Ағиҙел ҡалаһындағы тиҫтерҙәре менән бәйләнешкә инеп, бөгөнгө заман информацион технологияларының мөмкинлектәрен күрһәтте.

Балалар баҡсаларына ихтыяж ҙур
Мәғариф буйынса август кәңәшмәһенең төп маҡсаты – уҡыу йылына йомғаҡ яһау, мәғариф өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡлау һәм яңы уҡыу йылына бурыстар билдәләү. Пленар ултырыштағы һөйләшеү тап ошо маҡсатҡа йүнәлтелә лә инде. Пленар ултырышты БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина алып барҙы. Төп доклад менән мәғариф министры Зиннәт Аллаяров сығыш яһаны.
– Башҡортостандың мәғариф системаһы Рәсәйҙә һәм республикабыҙҙа барған үҙгәрештәр шарттарында әүҙем үҫешә, – тип башланы сығышын министр. – Федераль һәм республика программа-проекттары тормошҡа ашырыла, «Беҙҙең яңы мәктәп» милли мәғариф инициативаһы өҫтөндә эшләйбеҙ, яңы белем биреү учреждениелары сафҡа индерелә, мәктәптәр автобустар, компьютерҙар, яңы быуын уҡытыу саралары менән тәьмин ителә. 2010 йыл йомғаҡтары буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәренең һәм призерҙарының иҫәбе буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙә иң алдынғылар иҫәбендә. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу буйынса ла ыңғай динамика күҙәтелә, – тине ул, мәғариф өлкәһендәге уңыштарға туҡталып.
Артабан Зиннәт Абдулла улы мәғариф системаһының һәр баҫҡысына айырым анализ биреп үтте. Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһенә ҡағылышлы, балалар баҡсаларында урындар етешмәүен иң көнүҙәк мәсьәлә тип билдәләне:
– Бөгөн 1 йәштән 6 йәшкә тиклемге бала­ларҙы балалар баҡсалары менән тәьмин итеү буйынса беҙҙең республика Волга буйы федераль округында 10-сы урынды биләй. Балалар баҡсаһына мохтажлыҡ кисереүсе балалар һаны 50 меңдән ашыу.
«Республиканың дөйөм белем биреү системаһы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Һуңғы ун йыл эсендә балалар һанының 200 меңгә кәмеүен иҫәпкә алып, мәктәптәр селтәренә реструктуризация үткәрелде. Бынан тыш, мәктәптәр балалар һанына ҡарап финанслана башланы, уҡытыусыларға эш хаҡы түләүҙең яңы системаһы индерелде», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте министр.
Милли мәғарифта өлгәшелгән уңыштарға туҡталып: «Федераль уҡыу пландары йөкмәткеһенең инвариант өлөшө 100 процент күләмдә үтәлергә тейеш. Беҙ төбәк милли-мәғариф системаһында ирешелгән һөҙөмтәләрҙе һаҡлап ҡалырға тырышасаҡбыҙ. Мәғариф министрлығының уҡыу планы быға мөмкинлек бирә. Башҡортостандың йәш быуыны үҙенең тыуған ере тураһында тулы мәғлүмәт алырға, туған телен һәм дәүләт телдәрен белергә тейеш», – тип белдерҙе.
Уҡыусыларға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү, балаларҙың сәләмәтлеген нығытыу, физик үҫешен тәьмин итеү, медицина ярҙамы күрһәтеү, йәйге сәләмәтләндереү кампанияһы, һәләтле балалар, физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләү, белем биреү учреждениеларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, белем биреү процесында заманса информацион технологияларҙы ҡулланыуҙы әүҙемләштереү – министрҙың сығышында был һорауҙарҙың барыһы ла сағылыш тапты.
Профессиональ белем биреү тармағына ҡағылып, Зиннәт Абдулла улы, һуңғы йылдарҙа гуманитар фәндәр буйынса белгестәр әҙерләүҙең 1,8 тапҡырға артыуын билдәләп, белгестәр әҙерләү структураһы хеҙмәт баҙары талаптарына яраҡлаштырылырға, юғары уҡыу йорттарының инновацион ҡеүәте Башҡор­тостандың инновацион иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелергә тейеш, тип билдәләне.
Мәғариф министры әйтеүенсә, Уҡытыусы йылында педагогик кадрҙар мәсьәләһенә ҙур иғтибар биреләсәк. Әлеге көндә мәктәптәрҙә оло йәштәге уҡытыусыларҙың күпселекте биләүе борсоуға һала. Шул уҡ ваҡытта йыл һайын республиканың профессиональ уҡыу йорттары 5 меңгә яҡын йәш белгес әҙерләп сығара. Республиканың белем биреү учреждениелары иһә уларҙың бер меңгә яҡынын ғына ҡабул итергә әҙер. Был мәсьәлә лә бөгөн хәл итеүҙе талап итә.

Балалар яҡлауһыҙ ҡалмаһын!
Йылдағы август кәңәшмәләренән айырмалы рәүештә, быйылғы һөйләшеү сығыштарҙың ҡыҫҡа булыуы һәм уларҙа аныҡ мәсьәләләр күтәрелеүе менән айырылып торҙо. Башҡортостан Республикаһының бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Лилиә Ғүмәрова кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың иғтибарын дүрт мәсьәләгә йүнәлтте.
1. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар.
Бөгөн республикала улар 19 меңдән ашыу. Балаларҙың был категорияһына бәйле мәсьәләләр комплексынан торлаҡ мәсьәләһе иң көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Бөгөн 3500-ҙән ашыу етемдең йәшәр урыны юҡ, шуларҙың 1500-ҙән ашыуы – 18 йәштән уҙған ҡыҙҙар һәм егеттәр. Бүленгән сығымдарҙы һәм бюджет мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, был мәсьәләне бер-ике йылда ғына хәл итеп булмауы көн кеүек асыҡ. Һөҙөмтәлә уҡыу йортон тамамлаған етемдәр, беркетелгән торлағы булмағанлыҡтан, урамда тороп ҡала. Лилиә Салауат ҡыҙы етемдәрҙең торлаҡ мәсьәләһен күтәреп, уны хәл итеү буйынса тәҡдимдәр ҙә индерҙе.
«Беренсенән, тиҙ арала балалар йорттары йә социаль приюттар нигеҙендә социаль ҡунаҡханалар селтәрен булдырыу кәрәк. Унда етемдәр ваҡытлыса булһа ла йәшәр урын таба аласаҡ.
Икенсенән, республика социаль торлаҡ фондын булдырыу мотлаҡ. Юғиһә етемдәрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн республика бюджетынан, урындағы торлаҡ хаҡын иҫәпкә алып, яҡынса 500 мең һум аҡса бүленә. Был хаҡҡа торлаҡ табыуы еңел түгел, айырыуса ҙур ҡалаларҙа. Шунлыҡтан ошо аҡсаны йорт төҙөүгә йүнәлтеп, социаль торлаҡ фонды булдырылһа, мәсьәләне хәл итеүе еңелерәк булыр ине», – тине ул, был схеманың инвалид балаларҙы, күп балалы ғаиләләрҙе, ветерандарҙы ла торлаҡ менән тәьмин итеүҙә үҙен аҡларына ышаныс белдереп.
2. Инвалид балалар.
Республикала 13 меңдән ашыу инвалид бала йәшәй. Уларға медицина, социаль, педагогик ярҙам күрһәтеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү мөһим. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың барыһы ла тейешле ярҙам ала алмай, тип, урындарҙа район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарын был мәсьәләне хәл итеүгә булышлыҡ итергә саҡырҙы балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил.
3. Физик мөмкинлектәре сикләнгән бала­ларҙы дөйөм белем биреү мәктәптәрендә уҡытыу шарттары.
Лилиә Салауат ҡыҙының фекеренсә, күп балалар, өйҙә бикләнеп ятҡансы, үҙ тиҫтерҙәре менән аралашып йәшәүгә өҫтөнлөк бирә. «Дистанцион уҡытыуҙы ҡулланыу һәйбәт, әммә беҙ балаға тиҫтерҙәре менән аралашыу шарттарын да булдырырға тейешбеҙ, – тине ул. – ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәптәрҙең тик 3 – 4 проценты ғына инвалид балалар өсөн ҡулайлаштырылған. Уҡытыусыларҙа, ата-әсәләрҙә, балаларҙа ла инвалид балаларға дөрөҫ ҡараш тәрбиәләү мөһим».
4. Балалар тәүлек әйләнәһенә булған учреждениеларҙа балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау.
2009 йылда РФ Енәйәт кодексының 156-сы статьяһы буйынса республикала 350 енәйәт эше ҡуҙғатылған, йыл башынан тағы 232 енәйәт эше асылған. Лилиә Ғүмәрова яҡтыртҡан был һандарҙың һәр береһе артында бала яҙмышы ята. «Балалар йәшәгән учреждение­ларҙы тикшергән ваҡытта уның матди-техник базаһын ғына түгел, балаларҙың психологияһын да өйрәнергә кәрәк, һәр тәрбиә йортонда «Ышаныс почтаһы»н булдырыу мөһим. Бының менән беҙ балаларға күңелендәген әйтеп бирергә юлдар асасаҡбыҙ», – тине ул.

Беҙҙе ауыр, әммә ҡыҙыҡлы эш көтә
Рәсәй мәғариф системаһының үҫеше киләсәктә ниндәй йүнәлештә һәм ниндәй документтарға нигеҙләнеп бойомға ашырыласаҡ?
Был һорауға яуап РФ мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Иван Лобановтың сығышында яңғыраны. Ул 2011 – 2015 йылдарға тәғәйенләнгән «Мәғарифты үҫтереүҙең федераль маҡсатлы программаһы» һәм «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектының яңы программаһының йөкмәткеһе менән таныштырҙы. Был документтарҙа мәғариф системаһының тотороҡло үҫешенең төп механизмдары билдәләнгән. Төп маҡсаты – «Беҙҙең яңы мәктәп» милли мәғариф инициативаһында күрһәтелгән стратегик йүнәлештәргә өлгәшеү, профессиональ белем биреү структураһының йөкмәткеһен хеҙмәт баҙары талаптарына яраҡлаштырыу, белем биреүҙең сифатын баһалау системаһын үҫтереү.
Белем биреү сифаты
юғары булырға тейеш
Билдәләнгән сығыштар тыңланып бөткәс, һүҙҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алды. Рөстәм Зәки улы үҙенең сығышын һорауҙарға яуап биреүҙән башланы. «Ни өсөн быйылғы кәңәшмәлә район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашмай?» – тигән һорауға ул:
– Хакимиәттәр башлыҡтары тәүге йыл ғына эшләмәй, улар проблемаларҙы былай ҙа яҡшы белә. Минең фекеремсә, август кәңәшмәһе профессионалдар өсөн булырға тейеш. Бындай форматта беҙ уны һуңғы тапҡыр үткәрәбеҙ. «Түңәрәк өҫтәл»дәр, фекер алышыу кәрәк, һорауҙар булырға, мәсьәләләр күтәрелергә тейеш. Проблемаларҙы ошонда, бергәләп хәл итергә тейешбеҙ, – тине.
– Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһы биләмәһендәге иң ҡеүәтле белем биреү кластеры, – тип дауам итте һүҙен Президент. – Беҙҙең республикала Рәсәйҙәге иң ҙур уҡытыусылар коллективы тупланған, барлығы 80 меңгә яҡын кеше халыҡ мәғарифында эшләй. Халыҡ мәғарифына йыл һайын 30 млрд һум аҡса тотонола. Бюджеттың һәр өсөнсө һумы белем биреү системаһына китә. Был бик ҙур сумма. Волга буйы федераль округындағы иң юғары күрһәткес. Тимәк, белем биреү сифаты ла юғары булырға тейеш.
Мәғариф системаһында хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр күп. Мәҫәлән, әле генә әйтеп үтелеүенсә, балалар баҡсаларында 50 мең урын етешмәй. Был аҙ һан түгел. Нисек мәсьәләне хәл итергә? Яңыларын төҙөргәме, шәхси балалар баҡсалары асырғамы, аҡса менән компенсацияларғамы – бөтә саралар ҙа яҡшы. Әммә был проблема өҫтөндә уйларға һәм уны хәл итергә кәрәк.
Аҙ комплектлы ауыл мәктәптәре тураһында ла уйланырға саҡырҙы. «Ауылда мәктәптең әһәмиәтен яҡшы аңлайбыҙ, әммә был мәсьәләгә демографик күҙлектән ҡарарға кәрәк. Яҡын киләсәктә балалар һаны ике тапҡырға кәмейәсәк. Ул саҡта нимә эшләргә? 10 йыл элек Башҡортостанда 5 – 14 йәшлек балалар һаны 700 мең булһа, хәҙер – 450 мең, тағы ла ун йылдан 380 мең генә ҡаласаҡ. Ә бөгөн беҙ белем биреү системаһында ҙур ҡеүәтле инфраструктураға эйәбеҙ».
Президент әйтеүенсә, уҡытыусыларҙың эш хаҡы ла ошоға бәйле. Бөгөн республикала уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 10 мең һумға тиң. Рәсәйҙә уҡытыусыларҙың эш хаҡы 15, 18, 20 мең һумға еткән төбәктәр бар. Ә инде уҡы­тыусыларҙың эш хаҡы 18 мең һум булһын тиһәк, беҙгә 15 мең уҡытыусыны ҡыҫҡартырға тура килер ине. Ләкин беҙ был ысулды ҡуллана алмайбыҙ, әммә был турала уйларға тейешбеҙ, тип билдәләне Президент.
Вуздар, профессиональ уҡыу йорттарына ҡағылышлы, республикала бер генә федераль университеттың һәм ғилми-тикшеренеү институтының булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Республикала педагогик кадрҙарҙың күпләп әҙерләнеүе сәбәпле, педагогик вуздар буйынса ла ниндәйҙер ҡарарға килергә кәрәклегенә баҫым яһаны.
Рөстәм Зәки улына залдан уҡытыусыларҙы социаль яҡлау, белем биреү учреждениеларындағы коррупцияға ҡағылышлы һорауҙар бирелде.
«Уҡытыусының абруйын күтәреү өҫтөндә эшләргә тейешбеҙ. Уҡытыусы – мәктәптә иң төп кеше. Уға ижади эшләү, үҙенә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп башҡарыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә тыуҙырылырға тейеш», – тип яуап бирҙе Президент.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сығышының һуңында республиканың мәғариф системаһы алдындағы төп бурыстарҙы билдәләп үтте:
– белем биреү учреждениеларының матди-техник, ғилми-методик һәм кадрҙар базаһын нығытыу;
– федераль программаларҙа һәм конкурс­тарҙа ҡатнашыу, ғәмәлдәге республика программаларын модернизациялау;
– профессиональ уҡыу йорттарының сығарылыш уҡыусыларының конкурент һәләтлелеген көсәйтеү;
– педагогик кадрҙар әҙерләү системаһын модернизациялау, уҡытыусыларҙы социаль һәм профессиональ яҡлауҙы көсәйтеү.
Уҡытыусылар форумы, ғәҙәттәгесә, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән һәләтле, тәжрибәле уҡытыусыларҙы бүләкләү тантанаһы менән тамамланды.

Эшлекле, йәнле һөйләшеү булды

Пленар ултырыштан һуң бер нисә уҡытыусыға «Кәңәшмә оҡшанымы? Бөгөн кәңәшмәлә күтәрелгән мәсьәләләр менән килешәһегеҙме?» тигән һорауҙар менән мөрәжәғәт иттем.

Ғәлимә СӘЙЕТБАТТАЛОВА, Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт гимназияһының директоры:
Балалар һаны кәмегәндә мәктәпте нисек һаҡлап ҡалырға?
– Кәңәшмә бик оҡшаны, райондар яҡшы әҙерләнгән, мәҙәниәт йорто алдында матур һәм бай күргәҙмә ойошторолған. Кәңәшмәлә күтәрелгән проблемалар менән тулыһынса килешәм. Яңыса эшләргә, заманса мәғлүмәти технологияларҙы ҡулланырға кәрәк. Мәктәптәрҙе оптималләштереү ҙә дауам ителергә тейеш, тип иҫәпләйем, сөнки балалар һаны кәмене. Уҡытыусыларға эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы янауы ғына бер аҙ күңелде ҡыра, әлбиттә.

Илсур БАСИРОВ, Йәрмәкәй районының Тарҡаҙы мәктәбе директоры:
Балалар һаны кәмегәндә мәктәпте нисек һаҡлап ҡалырға?
– Бөгөнгө кәңәшмә минең өсөн мәғариф мәсьәләләре хаҡында етәкселәрҙең фекерен ишетеү менән әһәмиәтле булды. Аныҡ проблемалар күрһәтелде. Проблемаларға килгәндә, улар күп. Мине бигерәк тә контроль мәсьә­ләһе борсой. Минеңсә, артыҡ контроль уҡытыусыға иркенләп, бөтә көсөн һалып эшләргә ҡамасаулай. Һәр уҡытыусы үҙенә йөкмәтелгән бурысты, яуаплылыҡты былай ҙа яҡшы аңлайҙыр, тип уйлайым. Шуға ла тыныслыҡ кәрәк. Оптималләштереүгә килгәндә, уныһы ла заман талабы, балалар һаны кәмеүен бер нисек тә инҡар итә алмайбыҙ.

Фәриҙә МЫРҘАБАЕВА, Баймаҡ ҡала 3-сө гимназияһының математика уҡытыусыһы:
Балалар һаны кәмегәндә мәктәпте нисек һаҡлап ҡалырға?
– Бөгөнгө кәңәшмә тураһында бик ыңғай фекерҙәмен. Кәңәшмәнең ҡоро сығыштарға ғына ҡоролмауы, йәнле аралашыу формаһында үтеүе оҡшаны. Проблемалар аныҡ билдәләнде, уҡытыусылар, директорҙар, етәкселәр бөгөн ниндәй һорауҙар өҫтөндә уйланырға тейеш – әйтеп бирелде. Бигерәк тә оптималләштереү мәсьәләһе беҙҙе күптән борсой ине. Был про­цесты хоҡуҡтарыбыҙҙы ҡыҫырыҡлау тип ҡабул итә инек, бөгөн иһә уның кисектергеһеҙ мәсьәлә булыуы күҙгә күренеп тора, мәктәптәрҙе балалар һанына ҡарап финанслау дөрөҫөрәктер.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға