«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Саммитҡа әҙерлек киң ҡолас ала



23.10.2012 Саммитҡа әҙерлек киң ҡолас ала

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов, тәбиғәт ре­сурс­тары һәм экология министры Сергей Донской, мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов менән осрашып, 2015 йылда Өфөлә үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммитына әҙерлек барышы хаҡында һөйләште.
ҡаралған темалар иҫәбендә “Өфө” аэропортын модернизациялау, “Затон” биҫтәһенә юл, М − 5, М − 7 федераль трассаларын реконструкциялау, баш ҡаланың тимер юл вокзалын яңыртыуҙы тамамлау бар ине. Транспортҡа ҡағылышлы йәнә бер мәсьәләне − саммитҡа килеүсе делегацияларҙы хеҙмәтләндереү өсөн автобустар алыуҙы ла хәл итәһе бар.
РФ тәбиғәт ресурстары һәм экология министры менән Дуҫлыҡ монументынан алып тимер юл күперенәсә Ағиҙел ярын нығытыу ҡоролмаларын реконструкциялау хаҡында һөйләшелде. Әлеге нығытмалар 50 йыл элегерәк төҙөлгән. Бынан тыш, яр буйын йәйәүлеләр йөрөү өсөн төҙөкләндереү, матурлау ҙа талап ителә.
Рөстәм Хәмитовтың Мәс­кәүҙәге осрашыуҙарының береһендә шулай уҡ Башҡорт дәүләт университеты корпустарын яңыртыу, яңы ятаҡ төҙөү перспективалары ла ҡаралды. Саммит ваҡытында фатир тибындағы ятаҡтарҙа сит ил ҡунаҡтарын оҙатып йөрөүселәр йәшәйәсәк, ә ШОС форумдарында ҡатнашыусылар үҙҙәре университеттың физика-математика факультеты корпусы ҡаршыһында төҙөләсәк ҡунаҡханаға урынлаштырыласаҡ. Ошонда уҡ БРИКС илдәре башлыҡтарының осрашыуы уҙыуы ла күҙаллана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға