«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Хөкүмәт отставкаға ебәрелде



23.10.2012 Хөкүмәт отставкаға ебәрелде

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтен отставкаға ебәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы һәм Премьер-министр вазифаһын үҙе башҡарасағы хаҡында белдерҙе.
Президенттың был аҙымы − августа башланған республика башҡарма власы органдарындағы реформаның сираттағы этабы. Структураға үҙгәрештәр индереләсәк, Хөкүмәттең шәхси составы ошо көндәрҙә иғлан ителәсәк. Хөкүмәт Аппараты менән Президент Хакимиәтенең ҡушылыуы мөмкин һәм, ошоға ярашлы, аппарат өстән бер өлөшкә ҡыҫҡартыла.
Президенттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республика ҡануниәтенә лә үҙгәрештәр индереләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға