«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Депутаттарҙың ҡыҙыу эш ваҡыты



19.10.2012 Депутаттарҙың ҡыҙыу эш ваҡыты

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың сираттағы 56-сы ултырышы киләһе аҙнаға планлаштырылып, депутаттар ҡырҡҡа яҡын закон проектын тикшерергә әҙерләнә. Улар­ҙың унауһы закон статусын аласаҡ.
«Башҡортостан Республи­каһында муниципаль хеҙмәт тураһында»ғы БР Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Респуб­ли­каһының Экология кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республи­каһында һыу мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы БР Законының 9-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» БР закон проекттары ҡарала.
Янғын хәүефһеҙлеге, йорт хайуандары, физик культура һәм спорт, мәғарифҡа ҡағылышлы закон проекттары буйынса ла эшләйһе бар.
Депутаттарға тәүгә 25-кә яҡын закон сығарыу башланғысы тәҡдим ителәсәк. Бынан тыш, республика закондарына үҙгәрештәр ҙә индереләсәк. Ундайҙар иҫәбендә: «Баш­ҡортостан Рес­публикаһында тәбиғи дауалау ресурстары, дауалау-һауыҡтырыу урындары һәм шифаханалар тураһында», «Башҡор­тостан Респуб­ликаһында айырыуса һаҡлан­ған тәбиғәт биләмәләре тураһында», «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни ми­раҫы объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомарт­ҡылары) тураһында»ғы закондар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға