«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Туризмды нисек үҫтерергә?



19.10.2012 Туризмды нисек үҫтерергә?

Бөгөн Башҡортостандың эске туризмын үҫтереүгә яңыса ҡараш талап ителә. Ошо көндәрҙә БР Хөкүмәтендә туристик кластерҙар менән идара итеү механизмдары буйынса ултырыш үткәйне, унда республика Президенты Рөстәм Хәмитов шундай фекерен еткер­ҙе.
Республика башлығы белдереүенсә, беҙгә элегерәк туристар күп килгән дә, хәҙер был ағым әкренәйә төшкән. Йылына 50 мең кешене ҡабул иткән шифаханалар бар-барлыҡҡа, әммә был тейешле күләм түгел. Фәҡәт туризм иҫәбенә генә үҫешкән илдәр ҙә булыуын беләбеҙ.
− Башҡортостан да был индустрияны урап үтә алмай, әммә тәү сиратта беҙгә был тармаҡты үҫтереү буйынса тәүге аҙымдарҙы билдәләү зарур. Инвес­торҙар йәлеп итеү, халыҡ-ара компаниялар менән хеҙмәттәшлек булдырыу мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. − Әле беҙ юлдың башында ғына торған кеүекбеҙ.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев һүҙҙәренсә, 2012 − 2016 йылдарға иҫәпләнгән «Башҡортостан Республикаһында эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү» оҙайлы ваҡытлы маҡсатлы программаһы ла ҙур роль уйнарға тейеш.
Бөгөн беҙҙә инвесторҙар килеүе буйынса ниндәйҙер бер тәртип юҡ. Тотороҡлоҡ булһын өсөн шарттар булдырыу, инфраструктура төҙөү зарур. Шул саҡта ғына инвесторҙарҙы йәлеп итеп буласаҡ. Ҙур туристик объекттар төҙөргә кәрәк.
Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты ректоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Наталья Солодилова һөйләүенсә, уҡыу йортонда йөҙләгән әҙер туристик проект һәм экскурсия программаһы бар, әммә уларға ихтыяж юҡ. Етәксе республикала яҡшы экскурсоводтар етешмәүен белдерҙе. Шуға күрә уҡыу йортонда хәҙер был йүнәлештә әүҙем эшләйәсәктәр, быйыл 40 белгес уҡытып сығарырға ниәтләйҙәр.
Республика Президенты Башҡор­тостанда балалар туризмын үҫтереү йәһәтенән дә чиновниктарҙың эшмәкәрлеген тәнҡитләне.
– Республиканың алыҫ райондарында йәшәгән балаларҙың Өфөгә килеп, музейҙарҙы күреү мөмкинлеге булһа, бик шәп булыр ине. Әммә беҙҙең чиновниктар был йәһәттән ярҙам итергә теләмәй, – тине Рөстәм Хәмитов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға