«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Республика көнө менән!



09.10.2010 Республика көнө менән!

Хөрмәтле Башҡортостан халҡы!

Республика көнө менән!Һеҙҙе дәүләт байрамы – Республика көнө менән ҡотлайым.
Ул ике тиҫтә йыл элек илдә башланған тәрән ижтимағи-сәйәси һәм иҡтисади үҙгәртеп ҡороу­ҙар менән тығыҙ бәйләнгән. Рәсәй Федерацияһы составында республиканың вәкәләттәре киңәйеү менән беҙҙә социаль-иҡтисади үҫеш өҫтөнлөктәрен үҙ аллы билдәләү, төбәк ҡануниәт системаһын булдырыуҙың ысын мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Вәкәләттәрен уңышлы тормошҡа ашырып, Башҡортостан федераль бюджеттың донор төбәктәре тиҫтәһенә инде.
Мәктәптәр, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт объекттары, юлдар һәм күперҙәр төҙөүгә, ауыл-ҡалаларға газ үткәреүгә ҙур средстволар бүленде. Күп кенә ҡала һәм ауылдарыбыҙ төҙөкләнде, замансаға әүерелде. Һаулыҡ һаҡлауҙа, мәғарифта, фәндә, мәҙәниәт һәм спортта дәүләт ярҙамы программалары тормошҡа ашырыла.
Эшҡыуарлыҡты, бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү дәүләт власы органдарының һәм урындағы үҙидараның айырым иғтибар үҙәгендә.
Бөтә социаль инфраструктураны камиллаштырыу, мохтаждарға адреслы ярҙам, кешеләр­ҙең йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәреү эшмәкәрлегебеҙҙең өҫтөнлөктәре булып ҡала. Һаулыҡты нығытыу, физкультура һәм спорт менән күмәк шөғөлләнеү өсөн артабан да шарттар булдырасаҡбыҙ, туристик комплексыбыҙҙың конкуренцияға һәләтен арттырасаҡбыҙ.
Ошо иҫтәлекле көндә яҡташтарыма, Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй хаҡына тырышлыҡ һалғандарҙың барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Һаулыҡ һәм именлек, барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем.

Башҡортостан Республикаһы
Президенты Р. ХӘМИТОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға