«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сибайҙа – байрам



16.10.2012 Сибайҙа – байрам

Сибайҙа – байрам
Үткән йомала Сибай үҙенең сираттағы тыуған көнөн билдәләне. Был сарала республика башлығы ла ҡатнашты.
ҡаланың Таусылар проспекты башланған урындағы скверҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт полктары иҫтәлегенә һәйкәл асылды. ҡарағайлы һәм Төйәләҫ йылғалары ҡушылған ерҙә, әлеге Сибай урынында, өс башҡорт полкы төҙөлөп, яуға ебәрер алдынан күнекмәләр ойошторған.
Һәйкәл асыу тантанаһынан һуң Рөстәм Хәмитов Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты Сибай филиалы эшсәндәре өсөн төҙөткән 35 фатирлы йортта булды. Әлеге фатирҙарҙы тәү сиратта ер аҫты эштәрен баш­ҡар­ған юғары квалификациялы һәм дефицит һөнәрҙәргә эйә булыусылар аласаҡ. Йәш белгестәр ҙә өҫтөнлөк менән файҙаланасаҡ. Әйткәндәй, фатирҙарҙың бер квадрат метрының хаҡы – 22 мең һум, беренсе иғәнә фатир хаҡының дөйөм суммаһының 10 процентын тәшкил итә. Бынан тыш, 10 йылға процентһыҙ бүлеп түләү мөмкинлеге бар.
Президент шулай уҡ ҡалалағы башҡа яңы объекттарҙа ла булды. Мәҫәлән, “Ирәндек” боҙ һарайында ул ҡышҡы спорт уйындарын ҡараны, шорт-трек, хоккей, фигуралы шыуыу оҫталары һөнәрҙәрен күрһәтте.
− Сибайҙы үҫтереү буйынса ниәттәр ҙур, − тине республика башлығы, – яңы мәктәптәр, социаль объекттар төҙөргә булышырбыҙ, эш урыны булһын өсөн тырышырбыҙ. Тау-байыҡтырыу комбинаты филиалы ла ярайһы аҙымдар яһай, башҡа яңы предприятиелар ҙа асыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға