«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Инвесторҙарға “ҡыҙыу телефон” булдырылды



16.10.2012 Инвесторҙарға “ҡыҙыу телефон” булдырылды

Волга буйы федераль округы субъекттары араһында Баш­ҡортостан инвестициялар күләме буйынса, Татарстан һәм Нижегородка өлкәһенән ҡала, өсөнсө урында килә. Ә йән башына иҫәптә инвестициялар күләме буйынса республика етенсе урынды биләй (19962 һум). БР Иҡтисади үҫеш министрлығы баһалауынса, быйыл төп капи­тал­ға инвестициялар күләме 230 миллиард һумдан ашыу тәшкил итергә тейеш.
Сит ил инвесторҙары менән эштәр насарыраҡ. Бында төп сәбәп донъя иҡтисади көрсөгө булһа ла, беҙҙең яҡтан да етеш­һеҙлектәр бар. Беҙ әлегә республика позицияһын тейешле кимәлдә билдәләмәгәнбеҙ. Төбәк башлығы әйтеүенсә, республикала инвесторҙарға ташламалар булдырыу буйынса эш әүҙем алып барыла. Әммә урындағы инвесторҙар менән власть тейешле кимәлдә эш итмәй.
– Рөхсәт ҡағыҙҙары биреү, ер бүлеү мәсьәләләрендә бюрократик ҡаршылыҡтар бихисап, проекттарҙың мөмкинлектәрен баһалау йәһәтенән дә аналитика етешмәй, – тине Президент Р. Хәмитов. – Муниципалитет һәм ҡала башлыҡтарына ярҙамсылар, ысын мәғәнәһендә профессионалдар кәрәк. Хәҙер был эште инвестициялар буйынса махсус вәкилдәр алып барасаҡ.
Инвесторҙар менән эште көсәйтеү буйынса бер сара булараҡ ҡыҙыу телефон линияһы булдырылды, уның аша белгестәргә инвестиция проекттары буйынса тәҡдимдәрҙе еткерергә була. Бынан һуң Рөстәм Хәмитов потенциаль инвесторҙар менән шәхсән үҙе аралашасаҡ. ҡыҙыу линия телефоны: +7 (347) 250-57-07.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға