«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Юл киңәйтелә



16.10.2012 Юл киңәйтелә

“Өфө – Аэропорт” юлы ике йүнәлештә лә алты һыҙатлы буласаҡ. Был хаҡта ремонт эштәренән һуң республика трассаһын ҡабул иткәндә Башҡортостан Президенты хәбәр итте.
Юлдың тар булыуы күренеп тора, ҡалаға ингән ерҙә лә, унан сыҡҡан урында ла машиналар һәр саҡ тығылыша. Ағиҙел аша үткән күперҙән алып Дим юлына, М−5 трассаһына тиклемге участканы киңәйтеү кәрәк.
Бынан башҡа ла юлға бәйле байтаҡ эш башҡараһы бар – киләһе йылдарҙа Ағиҙел аша үткән күперҙәр яҡтыртыласаҡ, йәйәүлеләргә юл аша сығыу өсөн дүрт ер өҫтө юлы, Чесноковка ауылы эргәһендә юл үткәргес төҙөлә башлаясаҡ.
– Был биләмә алдағы биш йылға ғына түгел, ә 20 − 30 йылға иҫәпләп ентекле уйланыл­ған булырға тейеш. Өфөгә килгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү, шулай уҡ ҡаланы үҫтереү йәһәтенән дә беҙҙең өсөн был магистраль йүнәлеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент һәм юл хеҙмәткәрҙәре алдына юлдарҙы тиҙ, арзан һәм сифатлы итеп төҙөү бурысын ҡуйҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға