«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Рәсми хроника



09.10.2010 Рәсми хроника

Именлек органдары етәкселәре советы ултырышы үтте
Рәсми хроника
Волга буйы федераль округының именлек органдары етәкселәре советының Конгресс-холдағы 42-се ултырышын асып, округ буйынса РФ Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота: «Техноген һәләкәттәрҙе булдырмауға булышлыҡ итеүсе мәғлүмәттәр бик мөһим. Сөнки Волга буйы федераль округында хәүефле производстволар бик күп, атап әйткәндә, химик ҡоралды юҡ итеү буйынса ете объекттың бишәүһе бында урынлашҡан, химия производствоһы, хәрби техника складтары күп, шуға күрә лә беҙгә килеп еткән мәғлүмәттәр буйынса тиҙ сара күрергә тырышабыҙ», – тине.
Шулай уҡ террорлыҡ эшмәкәрлегендә шик тотолған төркөмдәр һәм ойошмаларҙың эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәргә ныҡ иғтибар биреүҙәре хаҡында белдерҙе: «Йәмғиәт тотороҡлоғона янаған бөтә нәмәгә иң төп иғтибар булырға тейеш. Этник-ара, конфессия-ара мөнәсәбәттәр тотороҡлоғо айырым әһәмиәткә эйә». Тулы хоҡуҡлы вәкил коррупцияға ҡаршы көрәшкә лә баҫым яһаны.
Ултырышта БР Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһап, республика етәкселеге эшһеҙлек, эш хаҡын күтәреү, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өҫтөндә эшләй, тип белдерҙе һәм, йәмәғәтселек фекере Башҡортостандағы хәл-тороштоң тотороҡло булыуын билдәләй, халыҡ федераль органдарға ышанып ҡарай, тип өҫтәне.

Президент ҡалалар менән танышты

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалаларына эш сәфәрендә Стәрлетамаҡта яңы социаль объекттар төҙөлөшөн, сәнәғәт предприятиеларын ҡараны һәм «Селигер – 2010» Бөтә Рәсәй мәғариф форумында ҡатнашыусылар менән «түңәрәк өҫтәл»дә фекер алышты.
Ишембайҙа республика башлығы шулай уҡ бер нисә сәнәғәт предприятиеһы һәм социаль өлкә объекты менән яҡындан танышты.
Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында «Селигер – 2010» форумында ҡатнашыусылар менән аралашҡанда йәштәр өсөн республика инновация форумы ойошторорға тәҡдим итте. Форумда әлегә тиклем Башҡортостан әүҙем ҡатнашмаған. Мәҫәлән, былтыр республиканан «Селигер»ға ни бары һигеҙ кеше генә барған. Быйыл иһә Башҡортостандан 100 кеше булған.
Йәштәр республика Президентына медицина, нефть химияһы сәнәғәте, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм пиар-маркетинг өлкәһендә ирешелгән уңыштары тураһында һөйләне.
Республика башлығы, бындай форумдар күрше өлкәләр һәм республикалар, шулай уҡ сит илдәр ҡатнашлығында йә республика, йә төбәк-ара масштабта беҙҙә лә ойошторолорға тейеш, тип иҫәпләй.
Ишембай ҡатындары ҡалаға эш сәфәре менән килгән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Предприятиеларҙың береһендә етәкселәре ауырлы ҡатындарҙы эштән сығара, сөнки уларҙы штатта ҡалдырыу иҡтисади яҡтан отошһоҙ. Бындай осраҡтар байтаҡ.
Рөстәм Хәмитов ҡатындарға ярҙам итергә вәғәҙә итте һәм Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсинға ҡатын-ҡыҙҙарҙың ялыуын тикшерергә ҡушты.
Республика етәксеһе Ишембайҙа 11-се «Гнездышко» балалар баҡсаһы төҙөлөшөн ҡарағанда, республикала балалар баҡсалары проблемаһы хәл ителәсәк, тине. Совет заманында бында балалар баҡсаһы булған, һуңынан эшҡыуарҙарға биргәндәр, һәм бына күптән түгел уны тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. 55 урын­ға иҫәпләнгән «Гнездышко» балалар баҡсаһы октябрҙең икенсе яртыһында асыласаҡ. Башҡортостан Президенты, ҡалала балалар баҡсаһына урын алыуға 1200 кеше сиратта торғанда, был сиктән тыш аҙ, тип билдәләне һәм республика күләмендә ҙур иғтибар бүленгән был проблеманы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте.

филармония миҙгел асты

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһыныуын һүҙҙә генә түгел, үҙ өлгөһөндә лә күрһәтә. Ул шишәмбе көндө ҡатыны менән Башҡорт дәүләт филармонияһында 72-се ижад миҙгелен асыу концертына барҙы. Инер алдынан администраторҙарға алдан һатып алынған билеттарын да күрһәтте.
Президенттың килеүе тураһында филармонияла һуңғы минуттарҙа ғына белеп ҡалғандар. Концерттың ғәҙәти булыуына ҡарамаҫтан, зал халыҡ менән тулы ине. Улар араһында йәштәрҙең дә күп булыуы ҡыуандыра.
Концертты Хөсәйен Әхмәтов музыкаһы менән БР милли музыка ҡоралдары оркестры асты. Режиссерҙар ике бүлектә филармония артистары эшләгән жанрҙарҙың бөтә байлығын күрһәтергә тырышҡан. Бында бер үк сәхнәлә эстрада һәм фольклор, башҡорт һәм рус классикаһы, джаз һәм милли бейеүҙәрҙе ҡарарға була ине. Миҙгел асыу тантанаһын йомғаҡлап, эстрада-джаз оркестры сығыш яһаны.

Вәхшилеккә юл ҡуймайыҡ

БР Президенты Рөстәм Хәмитов Учалы ра­йонындағы Ирәмәл тауына Магнитогорск турис­тарының «текә» машиналарҙа менеүенә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. һаҡланған уникаль тәбиғәт биләмәһенә джиптарҙа инеүҙәрен, бының өсөн урман ҡырҡып, юл ярыуҙарын ысын вәхшилек тип атар инем, тине. Бындай «турис­тар»ҙың тәртибенә хоҡуҡ һаҡлау органдарының хоҡуҡи сара күреүе зарур.
«Президент булараҡ, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарынан һаҡланған тәбиғәт территорияларына ҡарата бындай мөнәсәбәткә юл ҡуймауҙарын һәм һәр етәксенән изге урындарыбыҙға ҡарата һаҡсыл ҡараш-мөнәсәбәтте ҡәтғи талап итәм», – тип белдерҙе төбәк башлығы.
Президенттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2 октябрҙә Ирәмәлгә Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан туристик клуб ағзаһы етәкселегендә алты джип менгән. Улар, урманды ҡырҡып, юл һалыуҙан тыш, тиҫтәләгән ҡырмыҫҡа иләүен, «ҡыҙыл китап»ҡа ингән үҫемлектәрҙе тапатҡан.

Стәрлетамаҡта хоккей командаһы буласаҡ

Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡта хоккей командаһы төҙөргә тәҡдим итте. Күнекмәләр өсөн шарттар булмағанлыҡтан, әлегә тиклем унда бындай команда булмаған.
2011 йыл аҙағына төҙөүселәр Боҙ һарайын файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙә итә. Проекттың смета хаҡы 780 миллион һумдан ашыу. Хәҙерге ваҡытта 30 проценты, йәғни 387 миллионы үҙләштерелгән, шуның 187 миллион һумы – республика бюджетынан. Әле төҙөүселәрҙең төп бурысы – йылы биреү һәм ҡышын бина эсендә монтаж эштәре алып барыу өсөн «ҡумта» төҙөү.
Һарайҙа спорттың төрлө төрҙәре буйынса секциялар эшләйәсәк. Рөстәм Хәмитов, бында шорт-трек буйынса күнекмәләр ойошторорға мөмкин, тип иҫәпләй.

Министр хужалыҡтарҙа булды

Һөнәри байрамдары алдынан ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин Әлшәй һәм Дәүләкән райондарының ауыл хужалығы предприятиеларын тикшерҙе, муниципаль район хужалыҡтары һәм эшкәртеү предприятиелары етәкселәре менән осрашты.
Дәүләкән районында ауыл хужалығы министры һөт заводында, 2-се икмәк продукттары комбинатында, «Регион-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, «Рихтер» крәҫтиән хужалығында булды, Александр Эйснерҙың ҡаҙ фермаһында ҡошсолоҡ үҫеше мәсьәләләрен тикшерҙе.
Осрашыу барышында Азат Йыһаншин республиканың агросәнәғәт комплексы үҫеше, аграрийҙар алдында торған бурыстар тураһында һөйләне, малсылыҡ үҫеше һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыу перспективаларына айырым туҡталды. Шулай уҡ сәсеүлектәр майҙаны структураһын үҙгәртеү мәсьәләләре, орлоҡтоң булыу-булмауы һәм уларҙың сифаты тикшерелде. Ауыл хужалығы министры тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында түләү проблемаһына айырым иғтибар бүлде.
Әлшәй районында ул «Заветы Ленина», «Нур» ауыл хужалығы производство кооперативтарына, шәкәр заводына барҙы, ауыл хужалығы һәм эшкәртеү предприятиелары етәкселәре менән осрашты.

Торатау сәнәғәт маҡсатында эшкәртелмәйәсәк

Ишембай районында урынлашҡан Торатау тауы тирәләй «Сода» предприятиеһының был уникаль тауҙы сәнәғәт маҡсатында эшкәртә башларға ниәтләүе тураһында төрлө имеш-мимеш хәбәр­ҙәр йөрөй ине.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында үткән брифингта Башҡортостан Республикаһы буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы («Башнедра») начальнигы Рәсих Хәмитов, идаралыҡҡа әлегә Торатауҙа артабан сәнәғәт эшкәртеүе өсөн эҙләнеү эштәре үткәреү хоҡуғына рөхсәт һорап бер кем дә мөрәжәғәт итмәне, тип аңлатты. Был ведомствоның рөхсәтенән тыш, республикалағы бер ятҡылыҡта ла тикшереү һәм сәнәғәт эшкәртеүе үткәрелмәй. Етмәһә, Стәрлетамаҡтан 75 саҡрым алыҫлыҡта 2004 – 2005 йылдарҙа «Башнедра» эҙләнеү эштәре үткәрҙе. Һөҙөмтәлә сода етештереүгә яраҡлы ҙур ҡаран эзбиз ятҡылығы табылды. Ятҡылыҡтағы запас күләме – 200 миллион тонна самаһы. Ул республикала артабан сода етештереү өсөн альтернатив сеймал сығанағы була ала. Ә «Сода» Шәкетау ятҡылығын да эшкәртеп бөтмәгән әле. Ундағы эзбиз запасы 100 миллион тоннаға етә.
БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Ольга Лаздина, Торатау тауынан бер кем дә айырым һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алмаған, тип өҫтәне. Был статус Башҡортостан халҡы өсөн изге һәм уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһын ышаныслы һаҡлай.

«Башинформ» мәғлүмәттәрен файҙаланып, Р. БАЙЫШЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға