«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ятып ҡалғансы, атып ҡал!



12.10.2012 Ятып ҡалғансы, атып ҡал!

VIII “ҡала мөхите – 2012” социаль реклама фестиваленә эштәр ҡабул ителә башланы. Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, был сара киҫкен йәмәғәт проблемаларын социаль реклама аша хәл итергә мөмкин булыуына ышанған ижади кешеләрҙе берләштерәсәк. Уның маҡсаты – реклама өлкәһендә профессионал булмаған, әүҙем тормош позицияһын биләгән кешеләрҙе берләштереү.
2012 йылдың 1 сентябренән алкоголь һәм тәмәке продукцияһын рекламалау тәртибе һәм ваҡыты үҙгәрҙе, шулай уҡ бәлиғ булмағандарҙың үҫешенә һәм һаулығына зыян килтерерҙәй мәғлүмәт тыйылды. Закон нигеҙендә алкоголь ҡулланыу һәм тәмәке тартыу процесын күрһәтеү; төп белем биреү программаһының уҡыу әсбаптарында реклама урынлаштырыу; рекламала порнографик элемент булыуы; балаларҙа психотроп һәм аңды томалаусы матдә ҡулланыу, тәмәке тартыу һәм хәмер эсеү теләге уятҡан, ғүмергә һәм һаулыҡҡа зыян килтерерҙәй эштәргә ылыҡтырған, яуызлыҡты һәм көс ҡулланыуҙы пропагандалаған, ғаилә ҡиммәттәрен инҡар иткән, һүгенеү, әшәке һүҙҙәре булған текслы реклама таратыу тыйыла. Конкурс эштәрендә иғтибарлыраҡ булырға саҡырабыҙ. Закондың тулы тексы менән фестивалдең сайтында (www.gorsreda.ru) танышырға мөмкин.
Әгәр ҙә социаль сирҙәргә битараф булмаһағыҙ, уға ҡаршы бергәләшеп көрәшәйек. Фестивалгә ҡушылығыҙ, ҡатнашығыҙ һәм еңегеҙ! Эштәр 1 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға