«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мәҙәниәт министрлығында − яңы етәксе



09.10.2012 Мәҙәниәт министрлығында − яңы етәксе

Мәҙәниәт министрлығында  − яңы етәксе
Башҡортостан Президенты Указы менән республиканың мәҙәниәт министры итеп Әминә Шафиҡова тәғәйенләнде. Йома көнө БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ведомство коллективын яңы етәксе менән таныштырҙы.
Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова 1974 йылдың 24 мартында Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында тыуған. 1992 йыл­да Өфө дәүләт сәнғәт институты янындағы урта махсус музыка мәктәбен, ә 1997 йылда институтты тамамлай. 1999 йылда ҡазан дәүләт консерваторияһында стажировка үтә.
1997 йылдан Әминә Шафиҡова – З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор.
2004 – 2008 йылдарҙа – БР Хөкүмәте Аппаратының мәҙәниәт, спорт, киң мәғлүмәт саралары, милли һәм йәштәр сәйәсәте бүлегендә төп белгес, баш консультант, 2008 – 2010 йылдарҙа Өфө сәнғәт академияһы проректоры булып эшләй. 2010 йылда Әминә Ивний ҡыҙы З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының ректоры итеп һайлана.
Әминә Шафиҡова – Башҡор­тостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Н. Сабитов исемендәге I республика конкурсы, «Музыкаль де Франс» халыҡ-ара пианистар конкурсы, «Өмөттәр, таланттар, оҫталар» халыҡ-ара конкурсы лауреаты, «Пианелло валь Тидоне» халыҡ-ара пианистар конкурсы дипломанты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға