05.10.2012 Өфөлә Рәми ғарипов исемендәге урам буласаҡмы?
Баш ҡалаға түләүле автомобиль ҡуйыу урындары (парковка) кәрәк. Был айырыуса Өфөнөң үҙәгенә талап ителә. Сөнки урам ситләп туҡтаған машиналар юлдағыларын тағы күбәйтеп күрһәткән кеүек.
Өфө ҡала советы рәйесе Евгений Семивеличенконың халыҡты ҡабул итеүендә транспортҡа бәйле һорауҙар байтаҡ теркәлде. Шуны әйтергә кәрәк – килеүселәрҙең береһе лә шәхси проблемаһы менән йөрөмәй ине. Һәр береһе өфөләрҙең дөйөм йәшәйешен яҡшыртыу теләге менән яна, борсолоуын белдерә.
Үрҙә телгә алған парковка төҙөү ҙә өлгөрөп еткән мәсьәлә. Уны “Йорттағы тәртип” тип аталған юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды вәкилдәре тәҡдим итә. Проект буйынса түләүле автомобиль ҡуйыу урыны Театр урамында ҡаралған.
Йәнә лә урамдарға килгәндә, Өфөнөң яңы бер урамына Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов исемен биреү, Инорс биҫтәһендә ихаталарҙы төҙөкләндереү тураһында ла һүҙ булды.
Әйткәндәй, ҡала советы башлығына физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һыбай йөрөү оҫталығын үҙләштергән ат һарайына ярҙам кәрәклеге тураһында ла хәбәр иттеләр. Аттарҙы аҙыҡ менән тәьмин итеүҙә, мәҫәлән, совет депутаттары ла хәйриә ярҙамы күрһәтә ала.